

Һәм тағы ла бер күңелһеҙ хәбәр – үткән ял көндәрендә ҡалабыҙҙың Еңеү паркында билдәһеҙ кешеләр тарихи экспозицияларҙы емергән: стеланың ситтәре ҡуптарылған, катюша һүтеп ташланған. Был турала Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимәте сайтында хәбәр ителә.
Ысынлап та, быны күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел. Ошо матурлыҡты емереүсе, бысратыусы, ҡыйратыусы кешеләр тураһында нимә әйтеп була?
Хөрмәтле ата-әсәләр балаларыбыҙ менән бөгөн нимә булған? Ни өсөн улар кеше хеҙмәтен ҡәҙерләй белмәй? Ни өсөн үҙ ҡулдары менән эшләмәгәнде һындырырға һәм емерергә тейеш? Тыуҙырылған матурлыҡты күрә белергә лә кәрәк бит!
Автор фотоһы.