

Районыбыҙҙа ла ғаиләһенең терәге, балалары өсөн өлгө булған атайҙар аҙ түгел. Байрам алдынан уларҙың береһе – Кинйәкәй ауылынан Илшат Хәсәновтың ғаиләһе менән танышып, уларҙа атай һүҙенең ҡөҙрәтле, атай абруйының ҙур булыуына инанып ҡайттыҡ.
Олатаһының нигеҙен ҡоротмай
Эльнура менән Илшат Хәсәновтар тамырҙары менән икеһе лә Кинйәкәйҙән. Йөрәктәрендә бер-береһенә ҡарата һөйөү сатҡылары ла ауылда киске уйын мәлендә ҡабына.
- Армиянан ҡайтып “Маяҡ” совхозында автобус водителе булып эшләп йөрөйөм. Йәш саҡ, клубҡа уйынға сығабыҙ. Эльнураға шунда иғтибар иттем. Аҙаҡ яйлап күңелен яулап алдым, - тип ғаилә башлығы һүҙ башлауға Эльнура дауам итеп алып китте: - Илшаттың миңә шунда “Ниндәй матур йәш ҡыҙ. Кәләш итеп алырға кәрәк һине!”, - тигәне әле лә күҙ алдында.Ул да төҫкә-башҡа ҡарап торорлоҡ егет ине, – тип хәтергә төшөрҙө йылмайып.
Йәштәр бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешә. Тәүҙә бер йыл ҡалала йәшәп ҡараһалар ҙа, ығы-зығылы ҡала тормошо күңелдәренә ятмай,
тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнәләр.
Ауылда йәшәү өсөн елкәңдең ҡалын булыуы, егәрлелек кәрәк. Был сифаттар уларҙың икеһенә лә хас. Ваҡыт үтеү менән Илшаттың олатаһының нигеҙендә ҙур итеп йорт бөтөрәләр. Ғаилә башлығының төҙөлөш эштәренә оҫта булыуы донъя көткәндә ныҡлы ярҙам итә. Өй һалғанда туғандары ла ситтә ҡалмай, шулай ҙа күпселеген ул үҙ ҡулдары менән башҡара. Техникаға әүәҫлеге лә тик файҙаға. Армиянан ҡайтҡас та еңел машина алып ебәрә. Ғаилә ҡорғас, тракторлы булалар. Мал-тыуар аҫрағас, баҡса үҫтергәс, бесәнен дә әҙерләргә, ер ҙә һөрөргә кәрәк. Трактор эште күпкә еңеләйтә. Һуңғараҡ төҙөлөш өсөн кранманипулятор һатып алалар. “Машина ене ҡағылған” ти халыҡ шаяртып техника яратыусылар тураһында. Хәсәновтар ихатаһында бөгөн техниканың һәр төрлөһөн күрергә мөмкин. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар автобус водителе булып хеҙмәт итеүе лә тап ошоноң менән бәйле. Ә 2001 йылдан ул мәктәптә ҡаҙанлыҡ операторы. Эльнура ла оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләй.
- Беҙ етеш йәшәйбеҙ икән – был тәү сиратта иремдең тырышлығы арҡаһында. Ул төптән уйлай, ғаиләнең киләсәген алдан хәстәрләй белә. Илшат ышаныслы булғас, өс бала табырға ла ҡурҡманым, - ти Эльнура.
Атаһынан күргән - уҡ юнған
Йорттоң күрке, ҡото балаларҙа. Өлкән улдары Динар, хәҙер инде үҙе ғаилә ҡороп, кәләше менән Ишембайҙа донъя көтә. Ҡыҙҙары Дилара Салауат медицина колледжында 2-се курста белем ала, ул уҡыуҙа булыу сәбәпле, барған сағыбыҙҙа уны тап итә алманыҡ. Кеселәре Нурислам Кинйәкәй мәктәбендә 4-се класс уҡыусыһы. “Атаһына ҡарап уҡ юнған, әсәһенә ҡарап тун бескән”, тигәндәй, балалары ла ата-әсәйҙәре өлгөһөндә үҫә. Малайҙар бәләкәйҙән атайҙары эргәһенән китмәй. Динарҙың эшенең техника менән бәйле булыуы ла атаһынан килә.
- Бәләкәйҙән атайым янында йөрөп, эшкә өйрәндем. Техника бик оҡшай. Тәүҙә атайымдың тракторҙа эшләгәнен ҡарап торһам, аҙаҡ үҙем дә ярҙам итә башланым. Хәҙер тракторҙы ла, йөк һәм еңел машиналарҙы ла йөрөтәм. Шулай уҡ төҙөлөш эше лә миңә ят түгел. Атайым тормошта маяҡ һымаҡ. Уның тәүәккәл булыуын, әйткән һүҙендә тора белеүен бик хөрмәт итәм. Әйтә икән, һүҙен һәр ваҡыт үтәй, алдашҡанды яратмай. Кәрәк саҡта талапсан да. Мин дә атайыма оҡшарға, уның кеүек булырға ынтылам. Ғаиләбеҙҙә атай – һәммәбеҙгә таяныс, терәк булһа, әсәйебеҙ йортобоҙҙоң йәме, ҡото. Ул өйҙә булмаһа, нур һүнеп ҡалған һымаҡ, - ти Динар.
Балаңды һүҙ менән түгел үҙеңдең өлгөңдә тәрбиәләү иң һөҙөмтәле ысул икәнлеге тормошта һыналған. Динарҙың да эш рәтен белеп үҫеүендә, үҙ аллы булыуында атай тәрбиәһе сағыла. Йәшәү өсөн фатир хәстәрләп, хәҙер инде үҙе ғаиләһен ҡарау, тәьмин итеү бурысын үтәй һәм йәш кенә булһа ла был яуаплылыҡты тоя белә.
- Балаларҙы үҫтергәндә “Үҙ көсөгөҙгә ышанып донъя көтөгөҙ. Ярҙам көтөп ултырмағыҙ, үҙ аллы булырға тырышығыҙ”, тип әйтеп алам һәм шулай дөрөҫтөр , тип уйлайым. Беҙҙе лә шулай тәрбиәләнеләр. Был йәһәттән ата-әсәйемә дөрөҫ тәрбиә биргәндәренә рәхмәтлемен. Икеһе лә колхозда ауыр эштә хеҙмәт итте. Беҙ, биш бала, уларҙың
тырышҡанын күреп үҫтек. Әсәй эшкә киткәндә өйҙәге эште һәр ҡайһыбыҙға бүлеп бирә һәм ҡайтҡас тикшерә торғайны. Тәртипте, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарғанды яратты. Шуға күрә эшкә, тәртипкә бала саҡтан өйрәнеп үҫтек. Әсәйем бөгөнгө көндә лә иҫән, атайым ғына мәрхүм булып ҡалды, - тип яҡындарына рәхмәтен әйтергә лә онотманы Илшат Марс улы.
Хәсәновтарҙың өлкән улдары айырым донъя көтһә , кеселәре - 10 йәшлек Нурислам өйҙә хәҙер атаһының уң ҡулы. Уның да йортта үҙенә генә тапшырып ҡуйылған бурыстары бар.
- Малдарҙы ҡарашам, көтөү ҡаршылайым. Йәйен бесән әҙерләгәндә тырмалап ярҙам итәм. Техника ремонтлағанда асҡыстар биреп торам. Эшләшеүе үҙемә лә оҡшай. Атайым шаян һүҙле. Ҡайһы саҡ тыңламағанда әрләп алһа ла, беҙҙе бик ярата ул , - тип Нурислам да атаһы тураһында һөйләп алды.
Эшкә өйрәтеүҙән тыш, балаларын иманлы, тәүфиҡлы булып үҫеүҙәренә лә был ғаиләлә ҙур иғтибар бирелә. Үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә, башҡаларға кешелекле булыуҙа сағыла ул. Илшат Марс улы ғаиләһенең ышаныслы ҡалҡаны, тип һис икеләнмәй әйтеп була. Һаҡлаусыһы, яҡлаусыһы ғына түгел, яҡындарына ҡарата һөйөүенең лә сикһеҙ икәнлеге тойолмай ҡалмай. Атай абруйының көслө булыуы ла ғаиләне нығыта, туплай.
- Иремде яратам һәм уға тулыһынса ышанам, таянам. Ошо ғаиләгә килен булып төшөүем менән бәхетлемен. Ғөмүмән, беҙҙә ике яҡлап та туғандар үҙара татыуҙар, - тип һүҙгә ҡушыла Эльнура.
“Силәгенә күрә ҡапҡасы” тигән мәҡәл дә бар халыҡта. Ул Хәсәновтарға ла тура килеп тора. Ғаилә башлығы тапҡанды ҡәҙерләү, өйҙәге бөхтәлек, таҙалыҡ, өҫтәлдәге күңел йылыһы һалып бешерелгән ризыҡтар - былар барыһы ла Эльнураның тырышлығы менән булдырыла. Йорт тирәһендә ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Эльнураның сырайы һытылғанды һис ҡасан күрмәҫһең. Ул һәр ваҡыт алсаҡ, мөләйем. Донъяларын бер яҡҡа тарталар тиҙәр, бындай ғаиләләр
тураһында.
Илшат Марс улының миҫалында ғаиләһенең ҡалҡанын ғына түгел, ауылы яҙмышы өсөн битараф булмаған ир уҙаманын да күрҙек. Кинйәкәйе үҫһен, матурланһын өсөн көсөн йәлләмәй ул - мәсет төҙөгәндә булһынмы, башҡа өмәләрҙәме халыҡты ойоштора, техникаһы менән дә ярҙам итә, һәр эштә ауылдаштарының уртаһында. Әйткәндәй, туғыҙ йыл дауамында ауыл Советы депутаты ла булып эшләгән.
- Кинйәкәйҙә йорттар төҙөлөүен күрһәм, шатланам. Тимәк, ауылыбыҙҙың киләсәге бар, ауылыбыҙ һүнмәйәсәк, - тигән һүҙҙәрендә тыуған еренең яҙмышы тураһында уйланыуҙары ята.
Илшат Хәсәнов кеүек иң терәрлек көслө ирҙәр иленең һәм халҡының да таянысы.
Автор фотолары.