

Республика көнө алдынан муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ошо программа сиктәрендә Стахановсылар урамы, 14-се, 16-сы һәм 16А йорттарының төҙөкләндерелгән ихатаһын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
- «Башҡорт ихаталары» республика программаһының төп маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы мөхит тыуҙырыу. Һис шикһеҙ, был проекттың һөҙөмтәле эштәре күренә. Өс йыл эсендә Ишембай ҡалаһы һәм районы территорияһында 20-нән ашыу ошондай уҡ матур, бөхтә ихата булдырылды. Эштәр ырамлы барғанда 25 йылға тиклем тағы ла 36 объектты төҙөкләндерәсәкбеҙ, - тине үҙ сығышында Азамат Фәрит улы. – Беҙгә үҙ тәҡдимдәре менән сыҡҡан урындағы халыҡҡа рәхмәт, программаның ғәмәлгә ашыуына улар ҙа тос өлөш индерҙе.
Шуға ла «Башҡорт ихаталары»на һаҡсыл ҡарашта булығыҙ, улар балаларығыҙ ихлас ял итһен өсөн яңыртылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика программаһы 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Ғәмәлгә индереләсәк эштәр исемлегенә ихата юлдарына асфальт түшәү, хәүефһеҙ резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, йәшелләндереү, мәғлүмәт стендтары, видеокүҙәтеү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары контейнерҙары ҡуйыу, өҫтәмә парковка урындары булдырыу һәм бәләкәй архитектура формалары яһау инә.
- Бик шатмын, ниһайәт, мәктәптән ҡайтҡас ял итеп алыр өсөн уңайлы ихата булдырылды. Бигерәк тә тренажер ҡорамалдарында шөғөлләнеү оҡшай. Дуҫтарымды ла бергә уйнарға саҡырҙым, хәҙер килеп етергә тейештәр, - тип ихлас уртаҡлашты Стахановсылар урамы, 14-се йортта йәшәүсе Данил Щтенкин.
Ишембайҙа тәртип яратҡан эшһөйәр һәм сәмсел халыҡ йәшәй. Киләсәктә лә улар муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тирә-яҡ мөхитте тағы ла матурыраҡ һәм төҙөгөрәк итеүгә үҙ өлөшөн индерһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Автор фотолары