

Ишембай районы муниципаль районында ла әҙерлек эштәре әүҙем бара. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының Ишембай ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Гөлсинә Ғилманова әйтеүенсә, контролерҙар һәм иҫәп алыусылар өсөн уҡыуҙар ойошторола. Уларҙа был мөһим сараның бар нескәлектәре өйрәнелә. Ишембай районы буйынса 26 иҫәп участкаһы булдырылған (ҡалала – 19, ауылда – 7). Халыҡ менән 157 иҫәп алыусы эшләйәсәк. Иҫәп алыусыларға махсус программа менән йыһазландырылған планшеттар, экипировкаларар һәм атрибуттар тапшырылған, барыһына ла таныҡлыҡтар бирелгән.
- 29 сентябрҙән контролерҙар эш башланы, уларҙың һәр береһенә алты иҫәп алыусы ҡарай. Улар 15 октябргә тиклем һәр участка менән танышып, бөтә йорттарҙың да иҫәп алыусының исемлегенә инеүен тикшереп сығырға тейеш,- ти Гөлсинә Ирек ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында өс юл менән ҡатнашырға була. Иҫәп алыусыны өйҙә ҡабул итергә, участкаға барырға һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Автор фотоһы.