

Йолаға әйләнгән тирә-яҡты йәшелләндереү сараһында бөтә ауыл биләмәләре ла ҡатнаша. Ҡалабыҙҙың Зәки Вәлиди исемендәге скверында 10.00 сәғәттә эре ағастар ултыртыу ойоштороласаҡ.
Ҡала халҡы ла идарасы компаниялар менән берлектә «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнаша – йорттар ихаталарын исемле ағастар биҙәйәсәк.
Теләгән һәр кеше лә был сарала ҡатнашып, үҙенең ағасын ултырта ала.
Фотолар редакция архивынан