

Айырыуса илдең тамыры - ауылды тергеҙергә кәрәк. Әгәр беҙ үҙ икмәгебеҙҙе ашап, үҙебеҙ ерҙә эшләп тапһаҡ, илебеҙ ҙә көслө буласаҡ. Ә ерҙә эшләгән кешенең рухы ла көслө була, тыуған ер кешене үҙе тәрбиәләй бит. Яңы депутаттар ошо йүнәлештә эшләһә ине. Буш ятҡан ерҙәрҙе эшкәртеү, иген сәсеү- бар халыҡтың теләге. Сөнки икмәкле илдең биле ныҡ.
Гөлнур АҘНАБАЕВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.