Йәмғиәт
19 Сентября 2021, 06:30

Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар

19 сентябрь – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө

Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡараларАуыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар
Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар

Ишембай районында 300 мең гектар тирәһе урман иҫәпләнә. “Маҡар урман хужалығы” дәүләт автономлы учреждениеһы унда ағас ултыртыу, тубырсыҡ, имән сәтләүеге йыйыу кеүек эштәр алып бара.

- Яҙлы-көҙлө ағас ултыртыу менән мәшғүлбеҙ, йыл һайын урмандарға 500 мең төп тирәһе ағас үҫентеһе ултыртыла. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа халыҡ та ҙур ярҙам күрһәтә, - ти Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов.

Урман эше еңелдән түгел. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа алынған заманса техника уларҙың хеҙмәтен күпкә еңеләйткән. Республика ярҙамы менән йыл ярым элек предприятиеға “Харверстер” һәм “Форвардер” машиналары ҡайтарылған. Тәүгеһе ағасты ҡырҡып, эшкәртһә, икенсеһе уны тейәп делянка эсенән сығарыуға көйләнгән.

- Элек ике бригада эшләгән эште, был заманса техника ярҙамында ике оператор башҡарып сыға. Яңы техника алыу ағас етештереү күләмен байтаҡҡа арттырҙы , - ти Сәлим Рәшит улы.

Был техника менән эш вахта ысулы менән ойошторолған. Һәммәһе дүрт оператор һәм бер мастер эшкә йәлеп ителгән. Ике аҙна һайын эшселәр алмашынып тора. Бынан тыш, предприятие ағас ташыу өсөн КАМАЗ, МАЗ машиналары менән дә тулыланған. Яңы техниканы яҡындан күреү маҡсатында, Верхотор участка урмансылығына юлландыҡ. Урмансыларҙы ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Урман әҙерләү машиналары операторы Фәнүр Садыҡов “Харверстер” руле артына күптән түгел ултырһа ла уға оҫта идара итә.

- Был машинала эшләү өсөн махсус рәүештә уҡып ҡайттыҡ. Заманса техника хеҙмәтебеҙҙе күпкә еңелләштерә, үҙе ағасты ҡырҡа, үҙе ботай. Хәҙер барыһын да техника
башҡара. Эшем дә оҡшай, хеҙмәт шарттары менән дә ҡәнәғәтмен, - тине ул.

КАМАЗ водителе Әхнәф Рәфғетдинов менән дә әңгәмәләшеп алдыҡ. Водитель булып эшләү тәжрибәһе 37 йыл булһа, һуңғы ике йылында Маҡар урман хужалығында тир түгә.

- Эшкә өйрәнеп китеүе ҡыйын булманы. Ауылда бала саҡтан хеҙмәт менән үҫкәнбеҙ бит инде. Атайым да тракторсы, комбайнер булып эшләне. Эргәһендә комбайнер
ярҙамсыһы булып йөрөп, техникаға ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килгәндер инде, - тип һөнәр һайлау тарихын да һөйләп алды тәжрибәле водитель.

Ағас киҫеү, ултыртыу менән сикләнмәй был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эше. Предприятие сәй етештереү эшен дә яйға һалған. Йылына бында уртаса 10 тонна
сәй әҙерләнә. Ишембай сәйе тураһында хәҙер республиканан ситтә лә беләләр. Улар әҙерләгән продукция бөгөнгө көндә башҡа өлкәләргә лә оҙатыла.

Ул ғына ла түгел, быйыл беренсе тапҡыр алма киптереү эшен башлап торалар. Мәшәҡәтле булһа ла, эш ырай.

Был өлкәлә тырышыусы хеҙмәткәрҙәр менән дә танышып сыҡтыҡ. Сәй һәм кипкән алма етештереү цехы операторҙары Суфия Буранғолова, Альбина Әминованы эш мәлендә тап иттек.

- Сәй етештерә башлаған осорҙан, хәҙер инде алтынсы йыл бында эшләйем. Әлеге көндә беҙҙә һигеҙ төрлө сәй етештерелә. Ҡарағат, кейәү үләне, һары мәтрүшкә һәм башҡа ләндәр ҡатнашмаһы менән дә сәйҙәр сығарабыҙ. Эшебеҙ артабан да шулай уңышлы барһын ине, - тине Суфия Минулла ҡыҙы.

Альбина Әминова тәүге йыл эшләүгә ҡарамаҫтан, һөнәренең нескәлектәрен белеп бөткән. Маҡар урман хужалығының 22 гектарҙан ашыу майҙанда питомнигы ла бар. Бында ағас үҫентеләре генә түгел, еләкемеш тә үрсетелә. Ер еләгенең майҙаны ғына ике гектарҙан артыҡ. Был да предприятиеға өҫтәмә табыш бирә. Әйткәндәй, беҙҙең яҡ өсөн ятыраҡ емеште үҫтереү тәжрибәһе лә бар. Быйыл питомникта беренсегә айва уңышын алғандар.

Һәр үҫенте ныҡлы иғтибар, тәрбиә талап итә. Бер ағас нығынып үҫеп киткәнсе йылдар үтә. Быйыл йәйҙең үтә лә ҡоро килеүе урман өсөн дә хәүеф тыуҙырҙы. Ләкин районда профилактик сараларҙың көслө булыуы арҡаһында урмандар зыян күрмәне. Ут сыҡҡан осраҡта ла улар тиҙ арала һүндерелде. Ауыл хакимиәттәре менән берлектә патрүлләү ойоштороу ҙа үҙ файҙаһын биреүен белдерҙе урман хужалығы етәксеһе.

- Беҙҙең урман хужалығында эш еңел түгел. Шуға бөтә хеҙмәттәштәремә иң беренсе түҙемлек, һаулыҡ теләйем. Һәм, әлбиттә, үҙебеҙгә эшкә йәштәрҙең килеүен көтәбеҙ, - тигән теләктәрен белдерҙе Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизов.

 


Автор фотолары.

Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар
Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар
Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар
Ауыр ҙа, яуаплы ла эш башҡаралар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас