

Республика янғынға ҡаршы хеҙмәте дәүләт ҡаҙна учреждениеһы начальнигы урынбаҫары Рәмил Давидов ҡотҡарыусыларҙы ихлас тәбрикләп, уларға төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Ошо уҡ тантана барышында Ҡолғона ауылы ирекле янғын һүндереүселәр командаһына машина тапшырылыуы тураһында хәбәр ителде.
Ошондай фажиғәләрҙең күбеһендә кеше үҙе ғәйепле. Ҡоро үләнгә бер осҡон ут еткәнен һәр саҡ иҫтә тотайыҡ. Ҡояшта ҡыҙған быяла ярсығынан да янғын сығыуы ихтимал, тип бер иҫкәртеп яҙғайныҡ. Ҡоро йылда янғындың тәбиғәтебеҙгә уңалмаҫлыҡ зыян килтереүенә юл ҡуймайыҡ.
Автор фотолары.