Йәмғиәт
31 Августа 2021, 14:00

Cәйнүккә юшҡын ултырһа

Һыуҙы ҡайнатҡанда сәйнүктәргә юшҡын ултырыусан. Уны йыуҙырыу өсөн хужалыҡ тауарҙары кибеттәрендә һатылған махсус сараларҙы ҡулланырға була. Әммә арзаныраҡ ысулдар ҙа бар бит әле.

Сәйнүкте таҙартыу өсөн 1 балғалаҡ лимон кислотаһын 1 литр һыуҙа иретеп, сәйнүккә һалалар. Ҡайнатып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Ә иртән яҡшылап сайҡатырға ғына ҡала.

Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе ҡулланырға мөмкин. Юшҡын тулыһынса бөтмәһә, ҡабатларға була.

Ошо ысул менән кер йыуыу машинаһын да таҙарталар. Кер йыуыу порошогы урынына 100 грамм лимон кислотаһы һалып, 90-95 градус эҫелектә буш килеш әйләндерәләр.

 

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас