Йәмғиәт
22 Февраля 2021, 12:01

СӘЛӘМӘТ БУЛ, МИЛЛӘТЕМ!

Йә Раббым! Үҙеңдең ризалығыңа өмөт итеп, ауылдаштарым сәләмәтлеге, имен тормошо хаҡына ғәмәлемде ҡылам.

Йә Раббым! Үҙеңдең ризалығыңа өмөт итеп, ауылдаштарым сәләмәтлеге, имен тормошо хаҡына ғәмәлемде ҡылам.
Әйтер һүҙем Һарғай ауылы халҡы, ауылдаштарым тураһында.
Һарғай ауылы районыбыҙҙың Маҡар ауыл Советы биләмәһендә йәмле Рәүҙәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Тирә-яғын урман-тауҙар, еләкле яландар уратып алған. Ауылыбыҙҙың тәбиғәтенә, төҙөклөгөнә һоҡланалар. “Ауылығыҙ матур, йорттарығыҙ күркәм, бәхетле кешеләр йәшәйҙер бында”, - ти ҡунаҡҡа килгән кешеләр.
Һәр кем үҙ тыуған ерен ярата, уның матур, бай булыуын теләй, әлбиттә. Үҙәк урамда асфальт, өйҙәрҙә газ булһа, йәшәүе лә күңеллерәк, проблемалар ҙа әҙерәк булыр ине, тиҙәр ауылдаштарым.
Әммә тик кенә ятһаң һиңә берәү ҙә әҙерҙе алтын тәрилкәлә килтереп тоттормай, шуға күрә, беҙгә ҡыбырларға, нимәлер эшләп ҡарарға кәрәк. Тырыштарҙың хыялы тормошҡа аша тиҙәр. Бергә булғанда, берҙәм булғанда хыялдарыбыҙ, алға ҡуйған маҡсаттарыбыҙ тормошҡа ашыр, Ин шәә Аллаһ.
Ауыл халҡы берҙәм рәүештә “Үҙәк урамға – асфальт!” тигән лозунг күтәреп сыҡты. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына шулай ҡушылырға, дәртләнеп ҡатнашырға булдыҡ. Быға тиклем дә ауыл йыйылыштарында был һорау көнүҙәк булып ҡала килде. Күркәм ауылыбыҙҙы йәйҙәрен юл саңы баҫмаһын, балалар, ололар асфальт юл рәхәтен күрһен, рулдәгеләр йонсомаһын – ошо күмәгебеҙҙең теләге. Район Советы һәм хакимиәте, үҙебеҙҙең Маҡар ауылы биләмәһе хакимиәте башлыҡтарының да изге эштәрҙе хуплап күтәреп алыуҙары һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашлыҡ белдереүҙәре Һарғай халҡы күңелдәрендә ҙур ҡыуаныс, өмөт тыуҙыра.
Еңеп сыға алмаҫлыҡ кәртәләр юҡ. Мәсьәләне күтәреп сығыуҙа ауылдашыбыҙ Фәрүр Вәлитов һәм уның туғандары әүҙем ойоштороусы булдылар.
“Үҙебеҙ ҙә аҡса йыябыҙ, һеҙ ҙә ярҙам итегеҙ”, - тип сығыш яһаны Фәрүр Мансур улы ҙур йыйылышта. Башҡа һүҙ тотоусылар ҙа уның әйткәнен бер һүҙҙән ҡеүәтләне. Ауылда, Аллаға шөкөр, йәнтөйәгебеҙ киләсәге өсөн янып-көйөп йөрөгән кешеләр йәшәй, тотонған эштәрен һәр ваҡыт еренә еткереп ҡуялар. Был изге башланғыс тураһында Башҡортостан, Ишембай телевидениеһынан да йөкмәткеле тапшырыуҙар булды. Ауылдашыбыҙ Хәнә Мәҡсүтова Ишембай телевидениеһында уңышлы эшләп йөрөй, ошо эште ойошторошҡаны өсөн уға ҙур рәхмәт. Ошолай бер маҡсат менән берләшеү – ауылыбыҙ өсөн үҙе бер еңеү. Иманлы ауыл – бәхетле ауыл, тиҙәр. Иман йортоноң кәрәклеген ауыл халҡы элек-электән әйтә килде. Иман йорто асыу теләге бик көслө ине, шуғалыр ҙа төҙөлөш эшендә ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Әлбиттә, был изге эштә Фәрүр Мансур улының өлөшө ҙур булды. Төҙөлөштө проектлауға, финанслауға бик күп көсөн һалды. Ауыл халҡы уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләп ҡала.
Иман йорто барыбыҙҙы ла иманға саҡыра. Бында барлыҡ дини байрамдар, йома намаҙҙары, исем атау йолалары үткәрелеп тора.
Йә, Раббым, киләсәктә лә ауылымда аҙан тауыштары тынмаһын, иман ҡайтһын. “Алда булһа ҙур теләк, эштән йәм таба йөрәк”, тип йәшәй ауылым халҡы. Сәләмәтлегең булмаһа, бер эш тә алға бармай. Шуға күрә, бөтәбеҙ ҙә берҙәм булырға, коронавирусҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә, күңелде төшөрмәҫкә, киләсәккә өмөттө өҙмәҫкә тигән маҡсат менән йәшәргә тейешбеҙ. Изге Ҡөръәндә лә: “Үҙ хәлдәрен кешеләр үҙҙәре үҙгәртмәһә, кешеләрҙең хәлен Аллаһ үҙе үҙгәртмәҫ. Был хаҡ”, - тиелә.
Ваҡыт кешегә аҡыл менән изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәү өсөн бирелә. Әгәр ҙә ваҡытты заяға үткәрһәк, был инде үҙенә ҡул һалыуға тиңләшә. Сәләмәтлегең үҙ ҡулыңда, сәләмәтлегеңде һаҡлар өсөн һиңә ваҡыт, мөмкинселек бирелә, ә һин шуларҙы дөрөҫ файҙаланырға тейешһең. Ауылдаштарым ошоно аңлай, тырыша. Яҙлы-көҙлө таҙалыҡ өмәләре үткәреп торабыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт үҙенең бер хәҙисендә “Таҙалыҡ – имандың яртыһы”, тигән. Ауылдың таҙалығын һаҡлау, йылға буйҙарын, шишмәләрҙе, эскән һыуыңды таҙа тотоу, үҙеңдең йәнтәнең сафлығын хәстәрләү – быларҙың барыһына ла сәләмәтлегең бәйле. Ауылдаштарым рух күтәренкелеге менән алға табан ҡарап йәшәй. Быйыл күмәкләп “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттек.
Ауылдаштарым быйыл ҡыш саңғыла йөрөүҙә әүҙемләште, скандинавия йөрөүенең дә бик файҙалы спорт икәнен белеп ҡалдылар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә күмәкләшеп таяҡтар менән урамға йөрөргә сығалар Ауылдаштарым элек-электән спорт уйындарына ҙур иғтибар биреп килде. Ауыл йәй көндөре футбол, волейбол уйындарынан шау-гөр килеп тора. Үҙебеҙ йәш саҡта ҡышын Рәүҙәк йылғаһының боҙо тороу менән, уны ҡарҙан таҙартып, хоккей уйнай инек.
Хәҙер ҙә ошо уйындар дауам итә. Руслан Мөхәмәҙиев тигән аҫыл егетебеҙ ауыл балаларының ялын дөрөҫ ойоштороуға ҙур көс һала. Уны ауыл тренеры тип тә атарға булалыр. Малайҙар менән бергә футбол, хоккей майҙансыҡтарын төҙөргә ярҙам итте. Руслан үҙенең дуҫтары менән “Айыҡ ауыл” конкурсында һөҙөмтәле ҡатнашыуға ҙур өлөш керетә.
Ауылыбыҙҙың киләсәге бар, Аллаға шөкөр. Тормош көтә белһәк, һаулығыбыҙҙы хәрәкәтле уйындар, физкультура, спорт менән нығытһаҡ, харам аҙыҡтарға ҡарамаһаҡ, бер-беребеҙҙе аңлап кәңәшләшеп йәшәһәк, барлыҡ уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр, Аллаһ бирһә.

Читайте нас