Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 15:00

Геопарк эшендә халыҡ ҡатнашлығы мөһим

Белеүебеҙсә, 2019 йылдың башында Республика Башлығы Указына ярашлы «Торатау» геопаркы ойошторолдо. Әлеге көндә уның эшмәкәрлеге сиктәренә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондарына ҡараған бөтәһе 4727 кадрат километр майҙан инә. Шуныһы мөһим – геопарк ойоштороуға нигеҙ булып торған тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттары федераль, төбәк һәм урындағы закондар менән һаҡлана. Ошоғаса республика әһәмиәтендә булған “Торатау” геопаркы биләмәһе проекты хәҙер ЮНЕСКО Халыҡ-ара глобаль геопарктар селтәрендә теркәлеүгә тәҡдим ителде.

Белеүебеҙсә, 2019 йылдың башында Республика Башлығы Указына ярашлы «Торатау» геопаркы ойошторолдо. Әлеге көндә уның эшмәкәрлеге сиктәренә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондарына ҡараған бөтәһе 4727 кадрат километр майҙан инә. Шуныһы мөһим – геопарк ойоштороуға нигеҙ булып торған тәбиғәт һәм мәҙәниәт объекттары федераль, төбәк һәм урындағы закондар менән һаҡлана. Ошоғаса республика әһәмиәтендә булған “Торатау” геопаркы биләмәһе проекты хәҙер ЮНЕСКО Халыҡ-ара глобаль геопарктар селтәрендә теркәлеүгә тәҡдим ителде.
«Торатау» геопаркының ғилми хеҙмәткәре, эколог Азамат Исхаҡовҡа үҙебеҙҙең районда геопарк эшенә бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.
- Азамат Мөхәмәт улы, әңгәмәбеҙҙе «нимә ул геопарк?» тигән төп һорауҙан башлайыҡ.
- Күптәр «геопарк» төшөнсәһен туризм өлкәһе менән генә бәйләй – был дөрөҫ түгел. Бөгөн донъяла бындай парктарҙың урындағы халыҡтың тәбиғи (авт.геологик,
биологик), мәҙәни һәм тарихи мираҫы булараҡ сығыш яһауы бик ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, геопарктың нигеҙе булып һәр саҡ төрлө тәбиғи ҡомартҡылар тора. Ләкин
уларҙың булыуы ғына етмәй. Геопарк статусын алыу өсөн сиктәре аныҡ билдәләнгән майҙандың ҙурлығы, урындағы идаралыҡтың структураһы, халыҡтың көнкүреше һәм
башҡа шарттар ҙа иҫәпкә алына. Шул уҡ ваҡытта туризм арҡылы төбәктең иҡтисади үҫеше лә күҙ уңында тотола. Тимәк, геопарк – ул тәбиғи, тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади
объекттарҙы берләштергән географик биләмә.
- «Торатау» геопаркының йөҙө булған тәбиғи, тарихи ҡомартҡылар менән ҡыҫҡаса таныштырып китһәгеҙ ине.
- Геопарктың исеме районыбыҙҙа билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Торатау шиханынан – пермь осоро карбонат рифының атамаһынан алынды. Геопарк
биләмәһендә ике йөҙгә яҡын һәр яҡтан ҡыҙыҡлы урын бар. Объекттарҙан иң уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларын беләһегеҙ – Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау шихандары. Шулай уҡ Ғүмәр ауылында урынлашҡан Ғүмәр тарлауығының, Маҡарҙағы Кәлимосҡан ҡаяһының, КүкҠарауыҡ шарлауығының да тәбиғи әһәмиәте ҙур. Ғафури районы, мәҫәлән, Аҫҡын боҙ мәмерйәһе, Көгөш (Усолка) йылғаһының уң яҡ ярындағы ҡая киҫелеше (294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тау тоҡомо), Мәмбәт ҡаяһы һәм Башҡортостан Республикаһын ҡап уртаға киҫкән географик урын менән данлыҡлы. Быларҙан тыш, «Торатау» геопаркына күренекле сәйәсмән һәм шәрҡиәтсе ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт-музейы, Скворчиха ауылының төньяғында урынлашҡан изге Варвара Скворчихинскаяның әүлиә шишмәләре, Мәләүез районындағы Воскресенск баҡыр иретеү заводы кеүек мәҙәни-тарихи объекттар ҙа ингән.
- Проектты тормошҡа ашырыу тәү сиратта нимәләргә бәйле?
- Иң төп критерий – геопарк эшмәкәрлегендә урындағы халыҡтың ҡатнашыуы. Улай ғына ла түгел, ЮНЕСКО халыҡара глобаль геопарктар селтәрендә теркәлеүҙә халыҡтың теләге иҫәпкә алынырға тейеш. Унан ҡала тәбиғи, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау килә. Мәғарифты, белем биреүҙе үҫтереү ҙә ошо шарттар рәтендә. Шул уҡ ваҡытта геопарк урынлашҡан райондар, ауылдар өсөн иҡтисади үҫеш мөмкинлеге лә бик мөһим. Ауыл халҡының туристарға экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы аҙыҡ-түлек һатыу мөмкинлеге бар. Был йүнәлештә бигерәк тә ҡымыҙ, бал, ҡорот кеүек ризыҡтар баһалы. Ошо уҡ маҡсатта дарыу үләндәрен етештерергә мөмкин. Ауылдарҙа боронғоса башҡорт ихатаһының күргәҙмәһен ойошторғанда һәйбәт булыр ине. Мәҫәлән, үҙемә Ғафури районында башҡорт балаҫы һуҡҡан инәйҙе осратырға тура килде.
Артабан геопарк менән хеҙмәттәшлек итеп, үҙ эшеңде лә йәйелдерергә була. Ауыл тарихын, риүәйәттәрҙе, легендаларҙы, топонимдарҙың килеп сығышын белгән яҡташтарыбыҙ гид булараҡ билдәле урындарға экскурсия ойоштора алыр ине. Ғөмүмән, ошо йүнәлештә халыҡ үҙ тәҡдимен индереү хоҡуғына эйә.
- ЮНЕСКО халыҡ-ара глобаль геопарктар селтәре комиссияһы геопаркты ни рәүешле баһалаясаҡ?
- Комиссия төрлө илдәр исеменән сығыш яһай. Уның вәкилдәре ҡайһы илдән булыуын бер кем дә алдан белә алмай. Геопаркты баһалаусылар яҙын йәки йәйен турист
булараҡ килеп, урындағы халыҡ менән аралашасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, уның геопаркты ойоштороуға теләге йәки әҙерлеге тураһында мәғлүмәт туплай. Шуға күрә был турала хәбәрҙар, әҙерлекле булырға тейешбеҙ. Эксперттар геопаркка халыҡ-ара статус биреүҙе тап ошолай хәл итәсәк.
- Тәбиғәтте, мәҙәниәтте һәм тарихты һаҡлауға маҡсатланған эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: