Фото төшөрөүҙе сәнғәт төрө итеп пропагандалауҙы, кинематограф һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, яңы төр ярышты үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя әлеге сара. Йәш сикләүе юҡ, теләгән һәр кем үҙен һынап ҡарай ала. Үкенмәҫһегеҙ, саф һауала ойошторолған ижади квест күңелегеҙҙә әллә күпме матур тәьҫораттар ҡалдырыр, ти ойоштороусылар. Моғайын, күптәрегеҙҙең күңелендә ижади сәм уянғандыр. Улай икән, 23 ғинуарҙа 12.00 сәғәттә һеҙгә Йәштәр Һарайында булыу мотлаҡ. Теркәлеү үтеп, йөкләмәләр алғас, сәғәт 12.30-ҙа ярыш башлана.
Командағыҙҙың исемен уйлай, капитанын һайлай тороғоҙ. Шуны ла белеп ҡуйығыҙ - команда бер генә фотоаппарат йәки видеокамера ҡуллана ала. Яҡшы кәйеф, берҙәм команда, ижади ҡомар булғанда уңыш мотлаҡ һеҙгә йылмайыр!