Күстәнәсен пакетҡа һалып алған ҡаҙаҡ егете ҡыуанысынан ауыҙын да йыйып ала алмай урам буйлап атлап китеп барғанында ауыр йөктән пакетының тотҡаһы өҙөлөп китә. Быныһы һәр беребеҙгә таныш инде)))Студент оҙаҡ уйлап тормай, пакетты ике ҡулы менән шыҡырайтып тота ла ҡәҙерле күстәнәсте курткаһы эсенә тыға. Шатлығынан иғтибарын юғалтҡан егет үтеп барған машина аҫтына инеп китә яҙа. Ярай әле, еңелсә бәрелеү менән генә ҡотола.Артабан автомобиль водителе күҙлегенән:“Егетте төкөткәс, бик ныҡ ҡурҡтым! Машинанан сыҡҡас, уның асфальтта ятҡанын күрҙем. Эргәһендә... эсәктәре туҙған... Миңә бик ҡыйын булып китте һәм ...аңымды юғалтҡанмын...Аңыма килгәс, мине икенсе картина шаҡ ҡатырҙы. Теге егет аяғына баҫҡан һәм үҙенең асфальтҡа төшөп туҙған эсәктәрен йыйып ала ла... ҡабаттан ҡорһағына тыға... Мин йәнә аңымды юғалтҡанмын.Ваҡиға урынына килеп еткән тиҙ ярҙам машинаһы хеҙмәткәрҙәре эсәктәрен йыйып алған егетте тапмаған, уларға икенсе тапҡырға иҫемде юғалтҡан мине иҫемә килтерергә тура килгән...”Үәт, шулай ҙа була! Балаларығыҙға ҡаҙыны бешереп кенә ебәрегеҙ, әсәйҙәр. Атыу эсәктәре асфальтҡа төшөп бысыраныуы бар))