Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2020, 12:12

Тарихтағы аҡ таптар тибеҙ. ...Бөгөнгөбөҙҙә лә була икән ул

Уларҙың нилектән барлыҡҡа килгәнен уйлап ҡарағанығыҙ булдымы? Ошо осорҙа йәшәгәндәрҙең әйтеп, яҙып бөтөрмәгәнлегенән түгелме һуң?..

Уларҙың нилектән барлыҡҡа килгәнен уйлап ҡарағанығыҙ булдымы? Ошо осорҙа йәшәгәндәрҙең әйтеп, яҙып бөтөрмәгәнлегенән түгелме һуң?.. Бөгөн республика дәүләт мәғлүмәт сараларының бер ярҙан икенсе ярға бәрелгәнен, Ҡуштау менән бәйле ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа бахыр хәлдә ҡалғанын күреп, моғайын да, уйланғанһығыҙҙыр, яҡташтар. Аҙнаһына бер-ике сыҡҡан ҡағыҙ баҫмалар уҡыусыһына барып еткәнсе, социаль селтәрҙәр, сайттар аша күпме ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт яуып өлгөрҙө! Эйе, “Торатау” гәзите Ҡуштау проблемаһын яҡтыртманы. Редакция тарихы битендә быны иң ҙур аҡ тап тип ҡабул итәбеҙ. Иң тәүҙә гәзитте алдырған оло быуын алдында ғәфү үтенәм. Ә йәштәр күптән инде интернетта. Уның иғтибарын, ихтирамын яулау өсөн тағы бер мөмкинлекте юғалтыуыбыҙҙы таныйым...
Фото урынына был аҡ тап барыбыҙға ла уйланыр өсөн. Кешелекте һаҡлап килгән иң изге ҡиммәттәр, бер-беребеҙгә ышанысты юғалтмау хаҡында уйланыр өсөн.
Читайте нас: