Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2020, 04:08

Ауыл йәме булып донъя көтәләр

Районыбыҙ егәрле, алсаҡ халҡы менән ғорурлана ала. Ҡолғона ауылында ла ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр байтаҡ. Йәмилә менән Сабит Вәлиевтар ҙа ауылдаштарын һоҡландырып, матур донъя көтөүсе ғаиләләрҙең береһе.

Районыбыҙ егәрле, алсаҡ халҡы менән ғорурлана ала. Ҡолғона ауылында ла ил тотҡаһы булырҙай ғаиләләр байтаҡ. Йәмилә менән Сабит Вәлиевтар ҙа ауылдаштарын һоҡландырып, матур донъя көтөүсе ғаиләләрҙең береһе.
Сабит тыуған ауылында һигеҙенсе класты бөтөргәндән һуң, тағы ике йылын Маҡарҙа уҡып, урман техникумында һөнәр ала. Атаһына оҡшап булдыҡлы, тырыш егет хәрби бурысын үтәүгә лә намыҫлы ҡарай. Армиянан ҡайтыу менән леспромхозға урман мастеры итеп эшкә саҡырғас, тәҡдимгә дәртләнеп риза була. Ун биш кешенән торған бригаданың мастеры вазифаһын башҡарыу йәш егеттән яуаплылыҡ та, хеҙмәт оҫталығы ла талап итә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, план үтәлә, эш алға китә.
1974 йылда юғары уҡыу йортонан йүнәлтмә менән Ҡолғона мәктәбенә килгән йәш уҡытыусы Йәмилә Сабиттың яҙмышы булып сыға – йәштәр танышып, ҡауышып, матур ғаилә ҡора. Ғаилә йәме – балаларҙа, Вәлиевтар бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Уларҙың һәр береһе үҫеп етеп, был тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Өлкән ҡыҙҙары Альбина мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлай, әсәһе юлынан китә. Өфө ҡалаһының 3-сө мәктәбендә эш башлай. Ялтран ауылы егете Фәнис менән ғүмерен бәйләп, хәҙер бәләкәстәрен үҫтерә. Йәш ғаилә Ишембайҙа төпләнеп, йорт һалыу мәшәҡәттәре менән янып йәшәй. Илшат һәм Илнур улдары ла хәҙер башлыкүҙле, ата-әсәйҙәренең терәк-таянысы улар.
Инде икеһе лә хаҡлы ялда булған Йәмилә менән Сабит Вәлиевтар яҡындарын һөйөндөрөп, ауыл йәме булып донъя көтә. Умарта тотоп, был шөғөлдөң нескәлектәрен балаларына тапшыра киләләр. Уларға киләсәк тормоштарының да уңыштарға бай булыуын теләйем.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас: