Ҡырмыҫҡалар менән көрәшеүҙең бер нисә ысулы бар.
Баҡсала ҡырмыҫҡа гөжләп торһа, күңелле, әлбәттә. Тик ҡырмыҫҡаның баҡсаға зарарлы бөжәктәр ташый торған ғәҙәте булыуы ғына эште боҙа.
Баксалағы емеш ағастарын яҡшылап тикшереп сығығыҙ, ағас, ҡыуаҡ ботаҡтарында ҡырмыҫҡалар йүгерешһә, тиҙҙән уларҙа йәшел, ҡара беттәр барлыҡҡа киләсәк.
Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн сығарылған “йәшел һабын” менән ботаҡ остарына һырып алған беттәрҙе йыуып төшөрөргә була.
Йәшелсәләргә, емеш ағастарына зыян итеүсе ҡоротҡостар эйәләшмәһен тиһәгеҙ, ҡырмыҫҡаларҙы бөтөрөү юлын ҡарағыҙ. Бор кислотаһы ҡушып яһалған көрәшеү сараһы был бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Бының өсөн ҡаты итеп бешергән йомортҡа һарыһына дарыухананан һатып алған бор кислотаһы порошогы ҡушып иҙәбеҙ һәм бәләкәй генә түңәрәктәр ыуалайбыҙ. Унан шул түңәрәктәрҙе ҡырмыҫҡа оялары урынлашҡан урындарға теҙеп сығабыҙ. Бер-ике көндән улар юҡҡа сығасаҡ.