Хәҙер туҡһанды үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ғүмер байрамдары менән өйҙәренә барып тәбрикләү, тормош-көнкүреш шарттары, борсоған һорауҙары хаҡында хәбәрҙәр булыу уларға ҡарата бөгөнгө быуындың иғтибар һәм хөрмәтен күрһәтеү мөмкинлеге лә ул.
Был шаршамбы Ишембай районы һәм ҡалаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 25-се район-ара инспекцияһы начальнигы Гөлдәр Дәүләтшина, баш дәүләт һалым инспекторы Наил Толомғужин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Нуретдин Хисаметдиновтың, Маһинур Ғибаҙуллинаның йорттарында булды.
- Ветерандарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Үкенескә ҡаршы, улар бер-бер артлы был яҡты донъянан китә бара. Район һәм ҡалала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 19 яугир ғына ҡалды. Улар ғүмере буйы илгә тоғро хеҙмәт иткәндәр, ил өсөн янып йәшәгәндәр. Илһөйәрлеккә уларҙан өйрәнергә тейешбеҙ, - тине Ришат Иншар улы.
Нуретдин Кашафетдин улы Мәскәүҙән алып Берлинға тиклем утлы һуғыш юлын үтә. Тәүҙә санитар, аҙаҡ элемтәсе булып хеҙмәт итә. Курск дуғаһындағы алышты үткән ҡаһарман яугир ул. Ҡаты яраланып, бер нисә тапҡыр госпиталдә лә ята. Түшендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдары уның батыр йөрәге хаҡында һөйләй.
Һәр минут үлем һағалап торған дәһшәтле яуҙар кисеп, тыуған яғына - Стәрлебаш районы Ҡарағош ауылына ҡайтырға насип була уға. Аҙаҡ ғүмере буйы колхозда водитель булып эшләй. Әйткәндәй, рулдән яңы ғына төшкән ул. Балаларым борсола, тыңларға тура килде, ти ветеран. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһы ла юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Нуретдин Кашафетдин улы ғаиләһе менән Ишембайға күсеп килә. Ҡатыны мәрхүм булып ҡалған ветеран бөгөн ҡыҙы Роза тәрбиәһендә йәшәй. Тиҙҙән 100 йәшенә аяҡ баҫырға торған яугир өйҙә генә ултырыуҙы үҙ итмәй, әүҙем тормош алып барырға күнеккән. Йәйен умарталыҡта булырға ярата, ҡорттарын ҡарай. Ҡышҡы көндәрҙә лә көнөнә ике тапҡыр саф һауала йөрөргә ғәҙәтләнгән.
Һуғыштағы ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләүе менән дә һоҡландырҙы. Уны күрергә килеүсе ҡунаҡтар менән ихлас аралашып, күңеле булып оҙатып ҡалды ветеран. 96 йәшлек Маһинур Ғибаҙуллина ла хәлен белергә килеүселәрҙе шатланып ҡаршыланы:
- Күңелемде күрергә килеүегеҙгә ҙур рәхмәт, һеҙҙең менән бер ултырып һөйләшеү йәшәүгә дәрт өҫтәй. Иң мөһиме – донъялар тыныс булһын, - тигән теләктәрен әйтергә ашыҡты ул.
Фронттан иренең үле хәбәрен алған 19 йәшлек ҡыҙ 1942 йыл үҙе теләп һуғышҡа китә. 766-сы авиация полкында һуғыш юлын үтә. Ауыр яралар ала. Әммә зарланыуҙы белмәгән, ҡыйынлыҡтарға сыҙам ҡыҙ иҫәнһау тыуған Уразбайына әйләнеп ҡайта. Бәхетенә күрә тормош иптәше иҫән булып сыға. Тыныс тормошта ла һынатмай, намыҫлы хеҙмәте менән уңыштарға өлгәшә, ире менән биш бала үҫтерә. Оҙаҡ йылдар Этҡол мәктәбендә балаларға белем биргән хөрмәтле уҡытыусының, һуғыш ветеранының һәр һүҙе, кәңәше ҡиммәт.
- Йәштәргә теләгем – тырышып уҡығыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, намыҫлы булығыҙ, үҙебеҙҙең Башҡортостанда йәшәгеҙ! - тине ул күңеле тулып. Ҡартлығы ла бәхетле ветерандың. Бөгөнгө көндә ул төп таяныстары - улы Рәүеф һәм килене Зимфира ҡарауында ғүмер итә.
Ветеранды күрергә йәштәрҙең килеүе лә әһәмиәтле булды. Баш дәүләт һалым инспекторы Наил Толомғужин үҙенең тамырҙары менән Уразбайҙан икәнлеген әйткәс, Маһинур инәйҙең йөҙө тағы ла яҡтырып китте. Һүҙгә һүҙ беректе, бик йылы, ихлас осрашыу булды.
- Алда ҙур байрам көтә - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы. Уны һеҙҙең менән иҫән-һау ҡаршыларға яҙһын, - тип Гөлдәр Шәһәрйәр ҡыҙы ҡайтыр алдынан изге теләктәрен юлланы ветеран инәйгә. Еңеү һалдаттары булып, исемдәре мәңгелеккә илебеҙ тарихына яҙылған оло быуынға күпме рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ. Ҡартлыҡҡа бирешмәй, ил ғорурлығы, бөгөнгөләр таянысы булып оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар!