Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 02:00

Муйының ауыртһа...

Машина тәҙрәһен асып йөрөгән водителдәр генә түгел, ә күптәр ел тейҙереп, муйыны ауыртыуҙан яфалана. Унан арыныу өсөн һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Машина тәҙрәһен асып йөрөгән водителдәр генә түгел, ә күптәр ел тейҙереп, муйыны ауыртыуҙан яфалана. Унан арыныу өсөн һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.


Йылыта торған компресс. Керән тамырын эре тешле ҡырғыста ҡырып, 2-3 аш ҡалағы ниндәй булһа ла май ҡушығыҙ ҙа барлыҡҡа килгән бутҡаны марляға һалып, ауыртҡан урынға ҡуйығыҙ. Өҫтөнән целлофан менән урап, шарфҡа урап ҡуйығыҙ. Компресты 20 минут тотоғоҙ.


Икенсе рецепт: балды аҙ ғына “һыу мунсаһы”нда йылытығыҙ, унан һуң массаж хәрәкәттәре менән ауыртҡан урынға ышҡығыҙ. Целлофан пленка ҡуйып, шарф урағыҙ. Бер сәғәттән компресты алығыҙ.


Өсөнсө рецепт: торманың яртыһын ҡырғыстан үткәреп, уға 3 аш ҡалағы араҡы һәм шул уҡ ҡәҙәр үҫемлек майы һалып болғатығыҙ. Ҡатнашманы ауыртҡан урынға һылап, өҫтөнә целлофан пакет ҡуйығыҙ ҙа йылы итеп уранығыҙ. Компресты ярты сәғәт тоторға кәрәк.


Самат ҒӘЛИН.



Фото: ok.ru

Читайте нас: