Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 04:00

Ишәй бөркөттәре

Ватан һаҡсыһы булыу – дәрәжәле, абруйлы һөнәр ул. Ил-көндәр тыныс булғанда, егет кешенең армия сафта-рында хеҙмәт итеүе – ныҡлыҡҡа һынауҙы үтеү генә. Ишәй ауылының аҫыл егеттәре Айҙар Сәғәҙәтов менән Азамат Сәйфетдинов бөгөн тап ошо яуаплы бурысты үтәй.

23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө


Ватан һаҡсыһы булыу – дәрәжәле, абруйлы һөнәр ул. Ил-көндәр тыныс булғанда, егет кешенең армия сафта-рында хеҙмәт итеүе – ныҡлыҡҡа һынауҙы үтеү генә. Ишәй ауылының аҫыл егеттәре Айҙар Сәғәҙәтов менән Азамат Сәйфетдинов бөгөн тап ошо яуаплы бурысты үтәй.


Әйткәндәй, улар - айырылғыһыҙ дуҫтар. Бер мәктәптә уҡыйҙар, буш ваҡыттарын гел бергә үткәрәләр. Клубта ойошторолған сараларҙың уртаһында ла бергә ҡайнайҙар. “Йәгеҙ әле, егеттәр” конкурсын, КВН уйындарын ойошторалар. 11-се класты тамамлағас, икеһе лә Стәрлетамаҡ химия-технология колледжына уҡырға инеп, электрик һөнәрен үҙләштерә.


Әрмегә лә үҙҙәрен бер осор саҡыралар. Айҙар бөгөн Чита ҡалаһында зенит-ракета ғәскәрҙәрендә, ә дуҫынан 5 көн генә ҡалып хеҙмәткә киткән Азамат иһә Байкал аръяғында Борза ҡалаһында үтәй Тыуған ил алдындағы бурысын.


Егеттәрҙең ата-әсәләре улдарының һынатмаҫына ышана.


- Улым бик тыныс, итәғәтле бала булып үҫте. Бәләкәйҙән беҙгә ҙур ярҙамсы булды, бигерәк тә ҡош-ҡорт, мал тәрбиәләргә яратты. Әрмелә хеҙмәт итеү уға бик оҡшай. Бер нәмәгә лә зарланмай, - ти Айҙары тураһында Таңсулпан Сәғәҙәтова. - Командирҙары, бергә хеҙмәт иткән иптәштәре менән менән яҡшы мөнәсәбәттә. Телефондан һөйләшеп торһаҡ та, унан килгән хаттарҙы көтөп алабыҙ. Иртән торған һайын, улым матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтһын, иҫән-һау булһын, тип теләйем.


Флүзә Баймырҙа ҡыҙы ме-нән Хәсән Үзбәк улы Сәй-фетдиновтар ҙа ошондай уҡ теләктә. “Миңә һалдат тормошо бик оҡшай, бында килеп эләгеүемә бер ҙә үкенмәйем. Әрме беҙҙе сыныҡтыра, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә өйрәтә. Һалдат бутҡаһын һәр егет ашап ҡарарға тейеш” – был хат юлдары уларҙың улдары Азаматтыҡы.


Был ике ҡыйыу Ишәй бөркөтөнә һәм Тыуған илебеҙ имен-леге һағында тороусы егет-тәребеҙҙең бөтәһенә лә уңышлы хеҙмәт итеп, тыуған яҡҡа иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләйек!





Фото: Айҙар Сәғәҙәтов һәм Азамат Сәйфетдинов архивынан.


Читайте нас: