Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2018, 02:00

“Бала табыуҙан ҡурҡмағыҙ!” - ти Кинйәбулат ауылынан өс сабый әсәһе Эльвира Ҡотлоәхмәтова

Эльвираның бәхете йөҙөнә яҙылған, балалары менән аралашҡанда күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары сәселә. Әсә булыуҙың иң татлы хис икәнлеге бөтә булмышында сағыла.

25 ноябрь - Әсә көнө


Уны беҙ бәләкәстәре менән тышҡа саф һауа һуларға сыҡҡан мәлендә тап иттек.


Эльвираның бәхете йөҙөнә яҙылған, балалары менән аралашҡанда күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары сәселә. Әсә булыуҙың иң татлы хис икәнлеге бөтә булмышында сағыла. Көтөп алған, береһенән-береһе илгәҙәк сабыйҙарҙың иң өлкәне Илгизәргә - 6 йәш, уртансыһы Камилға – 3 йәш, иң бәләкәсе Наҙгөл әле 6 айлыҡ ҡына. Атайҙары Ғәлим Шәфҡәт улы эштән ҡайтҡансы бына шулай әсә наҙын татып, уйнап үҫә бәләкәстәр. Ә инде кистәрен атай ҡосағына һыйыналар.


Байғужа ҡыҙы 12 йыл элек Кинйәбулатҡа килен булып төшкән.


- Үҙем өс балалы ғаиләнән булғас, киләсәктә минең дә өс балам булһын тип теләгәйнем, хыялым тормошҡа ашты. Ауыл тормошон яратам, балаларға ла яҡшы, рәхәтләнеп тышта уйнайҙар, - ти әсә кеше. - Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла әсә булыу бәхетен татыуҙарын теләйем, бала табыуҙан ҡурҡмаһындар. Бала табып, уны бағыу ҙа бер генә мәл, шул ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк, - тине бәхетле әсә.




Фото: автор.



Читайте нас: