45-се тапҡыр ойошторолған слет-фестиваль балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 250-нән ашыу уҡыусы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшереү менән бер рәттән, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм велосипедта оҫта йөрөүҙә ярышты.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостан буйынса Юл Хәрәкәте Хәүефһеҙлеге Дәүләт Инспекцияһы етәксеһе: "Балалар яҡшы әҙерләнгәндәр. Артабан Ишембай районы командаһы еңеүсе булараҡ Рәсәйҙә Республикабыҙҙың данын яҡларға баралар".