Тирә-яҡты тылсым нурға сорнап
Яйлап ҡына Яңы йыл килә.
Күңелдәрҙә мөғжизәгә өмөт,
Ә йөрәккә изге нур керә.
Яңы йылым! Алып килсе беҙгә
Йәлләмәйсә бәхет, һаулыҡты.
Илдәр имен булһын, күңел- тыныс,
Аяҙ булһын күктәр, һәм яҡты.
Изге теләк, матур уйҙар менән
Ҡаршы алам Яңы йылымды.
Тик өҙмәйем оло маҡсаттарға
Тура илткән иҫке юлымды....
Гөлнур Ҡыуатова.
Гөлнора Йәмилева фотоһы.