Кисә, 29 декабрҙә, ҡаланың алтынсы кварталында кескәйҙәр өсөн боҙ ҡаласығы тантаналы асылды.
Матур сағыу байрам, әкиәт геройҙары, балаларҙың шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнауҙары хатта ололарҙы ла битараф ҡалдырманы. Үтеп барыусы кешеләр, боҙ ҡаласығы янында туҡтап, ҡышҡы әкиәткә һоҡланып, балаларса ихлас ҡыуанды. Ә кескәйҙәр, Ҡыш бабайҙың таяғына ҡулдары менән ҡағылып, эстән генә теләк әйтте. Бына 16-сы мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Кирилл Комиссаров та үҙенең хыялы менән уртаҡлашып үтте.
- Бик күңелле байрам! Мин Ҡыш бабайҙан бүләккә 3D-ручка теләр инем. Хыялым тормошҡа ашыр, тип уйлайым. Тағы ла барлыҡ балаларға һаулыҡ һәм бәхет теләйем.
Балалар өсөн бына шундай күркәм байрам ойошторҙо ҡаланың 2-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Автор фотолары.