Ошо уңайҙан ауыл халҡы яңы асылған мәҙәни усаҡта күркәм сара ойошторҙо. Ауыл таланттары, ҡала һәм райондың ижади коллективтары тамашасыларға бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Йөҙ кешелек клуб шулай уҡ ноутбук, проектор, тамашасылар өсөн ултырғыстар, эш өҫтәле кеүек йыһаздар менән дә тәьмин ителгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 51 миллион һумдан ашыу аҡса киткән.
- Ауылыбыҙҙа барлығы 135 кеше йәшәй, шуларҙың 37-һе - балалар. Беҙҙә халыҡ бик дуҫ, әүҙем. Ауылыбыҙ һәр саҡ мәҙәни саралар менән ҡайнап тора. Бынан тыш, иҫке клубта аҙна һайын йыйылып махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйҙыҡ, госпиталдәр өсөн мендәрҙәр тектек, маскировка селтәрҙәре үрҙек. Был эште артабан да яңы бинабыҙҙа дауам итәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Яңы Һәйет ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Зөлхизә Зәйнуллина.
Бәләкәй генә булһа ла күпме тарихты, күңелле ваҡиғаларҙы һаҡлаған, ауыл халҡын берләштереп торған клуб элекке Маҡар леспромхозының ҡыҙыл мөйөшө тип аталған бинала урынлашҡан була.
- Ул 1971 йылда төҙөлгән ағас йорт ине. 1993 йылда уға клуб статусы бирелде. Һыуҙы йылғанан ташып, мейесен яғып йылыта инек. Байрамдар, концерттар һәр ваҡыт күңелле үтте. Оҙаҡ йылдар клубты Ғәлимә Ишморатова етәкләне. Быйыл ул хаҡлы ялға сыҡты. Ул мәктәп менән тығыҙ эш алып барҙы. Яңы йыл кисәләренә беҙгә хатта күрше ауылдарҙан да килә торғайнылар. Урын етмәгәнлектән һыуыҡ соланда ла баҫып ҡарай ине халыҡ. Баш ҡаланан артистарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бөтөнләй булманы. Яңы клуб тураһында күптән хыялландыҡ. Яҡташыбыҙ Азамат Абдрахманов осрашыуға килгәндә был үтенесебеҙҙе белдерҙек. Ул кире ҡаҡманы. Һәм, әлбиттә, республика Башлығы Радий Хабировтың, БР мәҙәниәт министрлығының ярҙамы һәм тырышлығы менән ошондай, хатта төшкә лә инмәгән, заманса мәҙәниәт йортло булдыҡ. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Йәйгеһен Радий Фәрит улы беҙгә эшлекле сәфәре менән килгәндә
клуб әле төҙөлөп кенә ята ине. Ул ауылыбыҙҙың матурлығына, йәш ғаиләләрҙең, балаларҙың күплегенә һоҡланды, - тип белдерҙе оҙаҡ йылдар ауыл депутаты булған Ришат Вәхитов.
Яңы мәҙәниәт йортон төҙөү эштәре бер йыл самаһы барған. Ауыл халҡы үҙҙәре лә был эштә әүҙем ярҙам иткән. Аталы-уллы Ришат һәм Илфат Вәхитовтар үҙҙәренең техникаһында йөк ташышҡан, ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартҡан, бинаның конструкцияһын күтәрешкән. Яңы мәҙәниәт усағы ауылдың ғына түгел райондың мәҙәни тормошон үҫтереүгә лә мөһим аҙым булды.
- Быйыл беҙҙең район мәҙәни ваҡиғаларға бай булды. Күптән түгел генә Маҡар ауылында “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә мәҙәниәт йорто яңы һулыш кисерҙе, йәй көнө Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында заманса модель китапхана астыҡ. Тиҙҙән Кинйәбулат ауылында ла капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асасаҡ. Яңы Һәйет мәҙәниәт йорто ауылдың таланттарын үҫтерер, улар район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә үҙҙәрен күрһәтер, ҙур
сәхнәләрҙе шаулатыр, тигән өмөттәбеҙ, — тип белдерҙе мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров киләһе йылда ла
ауылдарҙа мәҙәни усаҡтарҙы яңыртыу буйынса эш дауам ителәсәк, тип белдерҙе. Был хаҡта ул ентекләберәк үҙенең социаль селтәрендә лә яҙҙы. “Башҡортостан буйлап күп йөрөйөм. Мәҙәниәт йорто ауылдың йөрәге икәнен яҡшы беләм. Унда тормош ҡайнай, унда республикабыҙҙың тарихы, халыҡ йолалары ҡәҙерләп һаҡлана. Һәм, әлбиттә, беҙ ошо мәҙәни усаҡтарҙы яңыртыу эштәрен дауам итәсәкбеҙ. Был йәһәттән “Ғаилә” милли проекты ҙур ярҙам күрһәтәсәк.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк, мәҙәниәт йорто - ул стеналар ғына түгел. Мәҙәни-әт хеҙмәткәрҙәренән республика буйлап ижади коллективтарҙың гастролдәрен ойоштороуҙарын һораным. Бөгөн совет ултырышында коллегалар менән йылға йомғаҡ яһаныҡ — киләсәккә пландар ҡорҙоҡ, иң яҡшыларҙы билдәләнек. Мәҙәниәт буйынса совет ултырышын йылына ике тапҡыр йыябыҙ - был үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙең иң яҡшы ысулы. Киләһе йылда ла әүҙем дауам итәсәкбеҙ”.
Лилиә Хәсәнова фотолары.