Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа Ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған.
Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Муллыҡ байрамына әүерелгән Ҡаҙ өмәһе Алаҡай ауылында ла шаулап гөрләп үтте.
Мырҙағоловтар һәм Герасименколар йорттарында туғандары, күршеләре өмәгә йыйылышты. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш "һә" тигәнсе эшләнеп тә бөттө.
Кисен хужабикәләр өмәселәрҙе рәхмәттәр әйтеп, өлөшләп ҡаҙ ите, тәмле аш менән һыйланы.