- Артур Рим улы, “Алтынай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡасан, нисек барлыҡҡа килде. Шул турала һөйләп үтһәгеҙ ине?
- 2009 йылдың аҙағында Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Ринат ҡыҙы мине саҡырып алды һәм ул саҡта Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллиндың гимназия-интернат базаһында бейеү ансамблен асырға теләк белдереүен әйтте. Унда мине етәксе вазифаһына тәҡдим иткәндәр. Мин ул ваҡытта төрлө республика конкурстарында еңеүҙәр яулаған Кинйәбулат ауылының “Тәйрүк” бейеү ансамблен етәкләй инем. Баштараҡ риза булмай торһам да, аҙаҡ саҡырған ергә барырға кәрәк тип, гимназия директоры менән уртаҡ фекергә килеп, 2010 йылдың ғинуар айында 3-сө, 4-се, 5-се класс уҡыусыларынан торған ансамбль тупланыҡ. Балалар гимназия сәхнәһендә шөғөлләнде. Барлығы егермеләп бала йөрөнө. Коллективтың исемен ҡыҙымдың исеме менән “Алтынай” тип атаным. 2015 йылда халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен алыу өсөн заявка бирҙек. Бының өсөн республиканан килгән махсус комиссияға бер нисә бейеү күрһәтергә кәрәк ине. Шулай итеп балалар менән уңышлы сығыш яһап, беҙ халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен алыуға өлгәштек.
- Әле коллективта нисә бала шөғөлләнә һәм ул нисә төркөмдән тора?
- Быға тиклем өс төркөм эшләп килһә, әле икәү. Сөнки йәштәре буйынса ҙурайған уҡыусылар “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә күстеләр. “Алтынай”ҙың кескәйҙәр төркөмөндә утыҙлап бала йөрөһә, өлкәндәр төркөмөндә 36 уҡыусы. Өсөнсө миҙгел мәҙәниәт һарайында шөғөлләнәбеҙ.
- Ансамблдә ниндәй милләт бейеүҙәре башҡарыла? Бер бейеүҙе ҡуйырға күпме ваҡыт китә?
- Башҡорт милли бейеүҙәре менән һәр ерҙә сығыш яһайбыҙ. Шулай уҡ репертуарҙа татар, казак, ҡалмыҡ, белорус, рус, чечен бейеүҙәре лә бар. Бер бейеүҙе уңышлы ғына башҡарыу өсөн яҡынса ай ярым ваҡыт китә.
- Сығыш яһау өсөн бейеүселәргә костюмдарҙы махсус тектерәһегеҙме?
- Костюмдарҙы алыуҙа мәҙәниәт бүлеге, ата-әсәйҙәр ярҙам итә. Атай-әсәйҙәр призлы урындар алыу өсөн мотлаҡ сағыу кейемдәрһеҙ булмай икәнлеген яҡшы
аңлайҙар, аҡсаларын йәлләмәүҙәре өсөн рәхмәтлемен.
- Ун биш йыл эсендә коллективта ниндәй үҙгәрештәр булды?
- Элекке ваҡытҡа ҡарағанда, яҡшы яҡҡа үҙгәреш бар, тип әйтер инем. Сөнки хореографияға ҡарата иғтибар үҫте. Үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, тегендә лә, бында ла бейеү студиялары асыла. Былар яҡшы күренеш. Бейеү буйынса төрлө конкурс-фестивалдәр үткәрелә. Балаларға үҙҙәрен күрһәтергә яңы мөмкинлектәр асыла. Былар барыһы ла ҡыуаныслы, әлбиттә.
- Артур Рим улы, ишетеүемсә, һеҙҙе көслө, талапсан тренер-уҡытыусы тиҙәр, был фекергә нисек ҡарайһығыҙ?
- Эйе, минең характерымда талапсанлыҡ ныҡ сағыла. Әгәр ҙә һин ҙур коллектив менән эшләйһең һәм тәрбиәләнеүселәреңдән ҙур ҡаҙаныштар көтәһең икән,
уҫаллыҡ та, талапсанлыҡ та кәрәк. Шунһыҙ бер нәмә лә килеп сыҡмай. Айырыуса, малайҙар менән эшләгәндә, уларҙы тотоуы ауыр. Был осраҡта тәү сиратта тәртип мөһим.
- Йәш бейеүселәрегеҙҙең уңышы кәйефтән һәм оҫталыҡтан ғына торамы?
- Кәйеф һәм оҫталыҡ булып та, яҡшы бейеүең булмаһа, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп булмай. Айырыуса был хәҙерге заманға ҡағыла. Әле талаптар ҙур: бейеү, репертуар, фонограмма, костюмдар мотлаҡ яҡшы, сағыу булыуы мөһим. Критиктар ҙа күбәйҙе, быларҙың барыһына ла ныҡ иғтибар итәләр. Бейеүҙә сюжет булырға тейеш. Ә элегерәк кемдең нимәһе бар, шуны кейә лә, нисек теләй шулай бейеү ҡуйып, сығыш яһай торғайны. Балаларҙың да төрлөһө була. Бер-ике йыл буйы коллективта йөрөп тә үҫеп китә алмай, ситтән генә ҡарап торғандар бер урында тороп ҡала. Уларҙы конкурстарға ла, сәхнәгә лә сығарып булмай. Ундай балаларҙың ата-әсәләре менән дә һөйләшергә тура килә. Кемдер күнекмәләр башланғас та, коллектив эсендә ҡайнап үҙенең бар тырышлығын һала.
- “Алтынай”ҙың еңеүҙәре тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ?
- Беҙҙең бейеү коллективы 15 йыл эсендә сағыу бейеүҙәре, бай репертуары менән тамашасыларҙың йөрәген яулап килә. Әлбиттә, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашып алған призлы урындарыбыҙ бихисап. Мәҫәлән, 2017 йылда улым Камил “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре телевизион конкурсында Гранпри яуланы. Шулай уҡ “Бейеү ямғыры” республика конкурс-фестивалендә 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Балалар менән “Ижадсылар һәм таланттар” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында, “Бейеү ямғыры” республика конкурс-фестивалендә, Сибайҙа балалар араһында үткән “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәре телевизион конкурсында, “Ҡышҡы Стәрлетамаҡ” Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында Гран-при алдыҡ. Барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел. Туймазыла балалар араһында үткән “Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика халыҡ хореографияһы фестивалендә 1-се дәрәжә диплом алыуыбыҙға бик шатландыҡ. Сөнки ул киң күләмле, дәрәжәле конкурс. Унда жюри ағзалары мин ҡуйған “Бөркөтостан-Гөлбостан” бейеүен «Иң яҡшы балетмейстер эше” тип билдәләнеләр һәм диплом
менән бүләкләнеләр. Быйыл иһә, тәрбиәләнеүселәрем сығыштары менән тағы ла нығыраҡ һөйөндәрҙө, “Байыҡ”та Гран-при алып ҡайттыҡ.
- Тормоштарын бейеү менән бәйләгән тәрбиәләнеүселәрегеҙ бармы?
- Миндә шөғөлләнгән уҡыусылар мәктәпте тамамлағас, төрлө һөнәрҙәр буйынса уҡырға инәләр. Һәләтле тәрбиәләнеүселәремде киләсәктә бейеүсе итеп күрге килә, әлбиттә. Әммә мин береһенә лә көсләп бейеүсе булығыҙ тип әйтмәйем. Мәҫәлән, гимназияла иң беренсе йыйған коллективта шөғөлләнгән тәрбиәләнеүселәремдең береһе Әлфиә Йосопованы билдәләп үтер инем. Ул “Алтынай”, “Берғамыт” ансамблдәрендә йөрөп, юрист белеме алып, ғаилә ҡорҙо һәм әлеге көндә “Берғамыт”та эшләп йөрөй. Һәләтле бейеүсем Данир Хәмзин Сибай филармонияһында солист булып эшләп, бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Камил улым 7-се класты тамамлағандан һуң, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжына уҡырға инде, әле ул 11-се класта белем ала. Алтынай ҡыҙым Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжында аҙаҡҡы курста уҡый, шул уҡ ваҡытта минең коллективта репетитор булып эшләп тә йөрөй.
- “Алтынай” киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәй?
- Быға тиклем балалар республика буйлап ҡына сығыш яһап килде. Коллективты Рәсәй күләменә сығарырға иҫәп тотам. “Арғымаҡ” һәм “Бөркөтостан-Гөлбостан” бейеүе менән Ҡазан, Екатеринбургта үтәсәк конкурстарҙа ҡатнашыу планда бар.
- Тиҙҙән мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә коллективтың 15 йыллығын билдәләйәсәкһегеҙ, унда нимәләр
көтөлә?
- Быйыл ансамбль барлыҡҡа килгәнгә 15 йыл үтһә, халыҡ бейеүҙәре коллективы исемен алыуға 10 йыл була. Байрамыбыҙ уңайынан 7 ноябрҙә “Алтынай”ҙар
һәм “Берғамыт”тар ҡатнашлығында бай концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Барыһын да көтөп ҡалабыҙ!
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, артабан да ижади уңыштар һеҙгә!
Фотолар Артур Мөхәмәтйәновтың шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!