Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2025, 15:00

ҠӘЙНӘ ТИҘӘР

.

ҠӘЙНӘ ТИҘӘР
ҠӘЙНӘ ТИҘӘР

Ҡәйнә тиҙәр.Ҡәйнәләрҙе,
Аждаһалай күрәләр.
Бер һүҙ әйтер әмәлең юҡ,
Алабайҙай өрәләр.

Ҡәйнәләрҙе яманлайҙар,
Ә улдары ҡосаҡта.
Шырпы һыҙмаһаң тоҡанмай,
Ҡоро тап та усаҡта.

Мин дә улдар үҫтергәнмен,
Мин дә әле ҡәйнәмен.
Әле аңлап бөтөп булмай,
Килендәрҙең хәйләһен.

Мин дә килен инем бер саҡ,
Ҡәйнәмде хөрмәтләнем.
Тиргәгән сағы ла булды,
Насарға өйрәтмәне.

Бик эшлекле булды ҡәйнәм,
Һоҡландым уға ҡарап.
Өндәшмәүем менән еңдем,
Өндәшһәң-эштәр харап.

Һүҙ артынан һүҙ эйәрә,
Ел уйнаҡлай арала.
Ҡәйнәләр ҙә шатланырҙар,
Татыу булһа балалар.

Ҡәйнәләр мәңгелек түгел,
Улар ҙа булмаҫ бер мәл.
Шуны аңлаһын килендәр,
Аңламағандар бик йәл.

Улдар үҫтерә килендәр,
Улар ҙа ҡәйнә булыр.
Ҡәйнәһен хөрмәтләгәндәр,
Үҙе килендән уңыр.


ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Айһылыу Вахитова фотоһы.

Автор:
Читайте нас