Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Сентябрь 2025, 16:00

Байрамда көтөп ҡалабыҙ!

Йыл һайын октябрҙең беренсе көнөндә Рәсәйҙә изге байрам – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Байрам уңайынан 1 октябрҙә Ишембай мәҙәниәт һарайында файҙалы һәм мәҙәни программалар планлаштырылған.

Байрамда көтөп ҡалабыҙ!
Байрамда көтөп ҡалабыҙ!

11.00 сәғәттә мәҙәниәт һарайы фойеһында төрлө социаль хеҙмәттәр вәкилдәре эшләй башлаясаҡ. Пенсионерҙар хакимиәт, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә үҙ һорауҙарын бирә аласаҡ. Һуңынан тамашасылар залында ижади коллективтар ҡатнашлығында “Ғүмерҙең алтын көҙҙәре” тип исемләнгән байрам концерты буласаҡ.

Инеү ирекле.

6+

Автор:
Читайте нас