Ауыл уңғанбикәләре "Уңыш кәрзине", "Йәшелсәләрҙән һындар", салаттар, ҡайнатмалар, бәлештәр күргәҙмәһендә ҡатнашты. Һәр эш үҙенсә матур, тәмле, һоҡланғыс булды. Айырыусы ауылдаштарыбыҙ Раушания менән Вадим Хәмиҙуллиндарҙың үҙҙәре үҫтергән уңыштарынан эшләнгән һындар күргәҙмәһе сараға килгән һәр береһенә оҡшаны.
Көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, бер аҙға булһа ла донъя мәшәҡәттәренән ял итеп, самауыр сәйе эсеп, матур байрамдан дәрт алып, киләһе йылда ла уңыштарға һөйөнөп, именлектә йәшәргә генә тип таралышты ауылдаштар.