Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2025, 16:00

Алмалы алмалары

Алмалы ауылында 13 йыл элек, ауылдың исемен есеменә тап килтерәйек тип, ауылдаштарҙың тырышлығы менән алма баҡсаһы ултыртылғайны. Алмағастар гөрләп үҫеп киттеләр.

Алмалы алмалары
Алмалы алмалары

Әлеге көндә 13 алма ағасы йыл да мул емеш бирә. Йыл һайын йәй аҙағында алма баҡсаһында байрам үткәреү матур йолаға әүерелде. Быйыл да концерт, уйындар менән матур сара ойошторҙоҡ. Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгәйне: байрам өҫтәленә алманан тәмле-тәмле бәлештәр, компот, ҡайнатма һәм башҡа аҙыҡтар бешереп килтергәндәр.

Байрамды ойоштороуҙа, уйындар өсөн приздар алыуға индергән өлөштәре өсөн бағыусыларға ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Алмағастарҙан күстәнәскә алмалар йыйып алып таратылды. Ил-көндәр имен булып, киләһе йылдарҙа ла ошолай матур осрашыуҙар булып торһон!

Алмалы алмалары
Алмалы алмалары
Алмалы алмалары
Алмалы алмалары
Алмалы алмалары
Автор: Рәйлә МУСИНА, Алмалы ауылы клубы мөдире.
Читайте нас