Үткәндән һабаҡ алмай, хәҙергенең ҡәҙерен, киләсәктең маҡсатын белеп булмай.
Ғүмер аҙағында ғына күптәр уның ҡәҙерен аңлай. Аңлай, ләкин ҡәҙерен күрергә һәм ҡәҙерләргә ваҡыты аҙ ҡала.
Ғүмер ҡыҫҡарған һайын, эшләнмәгән эштәрең арта, пландар күбәйә.
Әҙәмсә йәшәй башлағайным, саҡ йәшәү мәғәнәһен һәм йәмен тапҡайным, ғүмер аҙағы ла килеп еткән, имеш, тигән ти бер дәрүиш.
Сығанаҡ: https://vk.com/tamasharb?w=wall-119242692_75696
Гөлнур Артыҡаева фотоһы