Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар , 12:00

Ауыл клубы яңырыу кисерәсәк

«Берҙәм Рәсәй» партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты ярҙамында республика буйынса йыл һайын ун бишләп ауыл клубы яңыртыла.

Ауыл клубы яңырыу кисерәсәк
Ауыл клубы яңырыу кисерәсәк

2017 йылдан алып эшләп килгән был проектта Ишембай районы ауылдары ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл программа сиктәрендә Маҡар мәҙәниәт йорто һайлап алыу турын үтеп, конкурста 4 миллион 409 мең һум аҡса отто. Бүленгән аҡсалар ауыл клубының матди-техник базаһын нығытыуға йәлеп ителәсәк.

Был яңылыҡты маҡарҙар ҡыуанып ҡабул итте. Ишембай районының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән осрашып, конкурстың шарттары, талаптары менән таныштырҙы. Йыйылышта бергәләшеп, аҡсаны ҡайҙа йүнәлтергә, нимәләр алырға кәрәклеге тураһында кәңәшләштеләр.

- Маҡар ауылының мәҙәниәт йортона 2003 йылда нигеҙ һалынды. Шунан бирле ҙур капиталь ремонт булғаны юҡ ине. Мәҙәниәт усағы ауылыбыҙҙың йөҙө булып тора. Бында шулай уҡ ауыл хакимиәте, почта бүлексәһе, музей, спорт залы, китапхана урынлашҡан. Халыҡ эш буйынса ла, бар күңелдән дә ял итергә күп килә. Ситтән ауылдаштарыбыҙ ҡунаҡҡа ҡайта. Беҙгә, бигерәк тә, балалар мөйөшө кәрәк. Улар өсөн уйын майҙансығы булһа, телефон, гаджеттарын ситкә ҡуйып, ошонда уйнаһалар, яҡшы булыр ине. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бик әүҙем. Улар ҙа спорт тренажерҙары һорай. Тағы ла яҡтыртҡыстар, сәхнә кейемдәре, заманса аппаратуралар, тирмә кәрәк. Беҙҙә халыҡ бик һәләтле. Үҙебеҙҙең баянсыларыбыҙ, ҡумыҙҙа уйнаусылар, ҡурайсыларыбыҙ бар. Ансамбль тотоу өсөн, яңы музыка ҡоралдары алһаҡ, бигерәк тә шәп булыр ине, - тигән теләктәрен белдерҙе Маҡар мәҙәниәт йорто мөдире Гөлиә Көмөшбаева.

Осрашыуға өлкән йәштәге ағинәйҙәр ҙә килгәйне. Бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмаған, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар балаҫ һуғыу ҡорамалы кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.

- Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Әммә пенсияламын, тип, бер ҙә өйҙә ултырған юҡ. Нимә булһа ла ошонда киләбеҙ. Һалдаттарға гуманитар ярҙам әҙерләргә лә клубта йыйылабыҙ. Көн һайын маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. «Әхирәттәр» фольклор түңәрәгебеҙ әүҙем эшләп килә. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, үҫеп килеүсе йәш быуынға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе күрһәтеү, уларға тарихыбыҙҙы һөйләү буйынса эш алып барабыҙ. Әсәйем мине балаҫ һуғырға өйрәтте. Әгәр клубҡа тағы бер станок алһаҡ, башҡаларҙы ла, балаларҙы ла өйрәтер инем, - тине хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәмзиә Заһитова.

Клуб ауылдың йөҙө булып, халыҡты берләштереп торған мәҙәни усаҡ. Тиҙҙән ошо проект ярҙамында ауыл клубы тағы ла яңырып, йыһазландырылып, ауылдаштарҙы ғына түгел, килгән ҡунаҡтарҙы ла һөйөндөрөп балҡып торор.


Автор фотолары.

Ауыл клубы яңырыу кисерәсәк
Ауыл клубы яңырыу кисерәсәк
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас: