Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар , 15:00

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон...

.

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон...
Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон...

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон,
Ыҙғышманыҡ донъя бүлешеп.
Унда беҙҙең туғаныбыҙ йәшәй,
Йыйылабыҙ хәлдәр белешеп.

Тыуған йортта бергә йыйылғанда
Юҡтыр кеүек беҙҙән бәхетле.
Ғүмеребеҙ буйы онотмабыҙ
Атай-әсәй ҡорған тәхетте!

Бар туғандар бергә йыйылғанда
Ғәзиз йорттоң йылы түренә,
Киләсәккә барыр юлдарыбыҙ
Асығыраҡ, яҡты күренә.

Бер ҡасан да тәхет һатылмаған,
Ул һатылһа, ил дә һатыла.
Һаҡлайыҡсы тыуып-үҫкән йортто
Атай-әсәйҙәрҙең хаҡына.


Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы.

Автор:Зөфәр Вәлит.
Читайте нас: