Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Декабрь 2024, 11:00

"Ауылдаштарым өсөн эшләйем"

Йәмле Һәләүек буйында урынлашҡан Ҡанаҡай ауылын белмәгән, ишетмәгән кеше юҡтыр. Сөнки Ҡанаҡай ауылынан күренекле, ҙур кешеләр үҫеп сыҡҡан. Яҙыусы, йырсы- шағир Яҡуп Ҡолмой, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союзы ағзаһы, Чехия рус телле журналистар союзы ағзаһы Миләүшә (Ҡолмөхәмәтова) Годбодь, "Киске Өфө" гәзите баш мөхәррире, журналист Гөлфиә Янбаева һ.б.

"Ауылдаштарым өсөн эшләйем"
"Ауылдаштарым өсөн эшләйем"

Ҡанаҡай ауылында йыр-моңға ғашиҡ, талантлы кешеләр йәшәй. Мин үҙем Ҡанаҡай ҡыҙы булғас, ауылдаштарым миңә яҡшы таныш. Яҙаһы мәҡәләм мәҙәниәт йорто етәксеһе Янбаева Гүзәл Рәсүл ҡыҙы тураһында.

Гүзәл Рәсүл ҡыҙы культура- ағартыу училищеһен уҡып бөтөргәндән бирле Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда эшләп йөрөй. Яуаплы, тырышлыҡ талап иткән эшендә һынатмай, ауылдаштары менән уртаҡ тел табып, талантлы кешеләрҙе йыйып, коллективына туплай бара. Гүзәл Рәсүл ҡыҙының тормошҡа, һөнәренә ҡарата әйткән бик аҡыллы фекере, девизы бар:

- Талант ерҙә ятып ҡалырға тейеш түгел, халыҡ менән булешергә кәрәк! Мин үҙем өсөн генә тырышмайым, ауылдаштарым өсөн эшләйем!

Эйе, Гүзәлдең әйткән һүҙҙәре, эшләгән эше менән тап килә. Һәр йыл төрлө саралар уйлап табып, ауылдаштары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Хатта ҡалаларҙа йәшәгән Ҡанаҡай таланттарын саралар үткәргәндә сығыш яһарға саҡырып ала.

Мәҫәлән, урамдар концерты. Ҡанаҡай ауылының һәр бер урамы әҙерләп концерт ҡуйҙы. Бына шул ваҡытта асыла ла инде таланттар: кемдер оҫта бейей, кемдер матур йырлай, кемдер гармунда уйнай йә башҡа һөнәргә һәләтле. Гүзәл Рәсүл ҡыҙы шул ваҡытта кеше һәләтен күреп, мәҙәниәт йортона саҡырып ала, коллектив тулылана.

"Күмәкләгән ү яу ҡайтарған!"- тиҙәр бит, бик дөрөҫ, һыналған әйтем! Һәр йыл шәжәрә байрамдары үткәрелә, көҙ көнө ҙур концерт программаһы менән Стәрлебаш районы, Елембәткә осрашыуға барып ҡайттыҡ. Сәбәбе, элек беҙҙең Ҡанаҡай ауылының ярты халҡы Елембәт тип аталған осо, шул ерҙәргә барып, күсеп ултырған булған. Туғанлыҡ тамырҙарын барлау, танышып-күрешеү ниәтендә ауылдаштарыбыҙҙың көсө менән үҙ машиналарыбыҙҙа егерме һигеҙ кеше Стәрлебашҡа юл тоттоҡ. Елембәттәр ҙурлап, йыр-бейеү, бауырһаҡ, ҡымыҙ тотоп ҡаршы алды. Бай программалы концерт ҡуйҙыҡ, тулы зал һәр сығышты алҡышлап ҡаршыланы. Концерт тамамланғас оло, сал сәсле ағай сәхнәгә менеп ихлас итеп рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

- Бындай иҫ киткес шәп концертты күптән күргән юҡ ине, филормония әртистәрен дә уҙҙырҙығыҙ, оҙон көйҙәр, бейеү, йырҙар... Әлеге заманда һеҙҙең халыҡ өсөн эшләгән ошондай эшегеҙ үҙе ҙур батырлыҡ ул! Афариндар, ҡан-ҡәрҙәштәр! - тине ул.

Унан тыш Ҡанаҡай мәҙәниәт йорто коллективы ауылдар буйлап концерт менән йөрөнө: Биксәнгә, Урман-Бишҡаҙаҡҡа, Сәлихҡа, Әхмәргә барылды. "Ҡаҙ өмәһе" тигән сараны ла үткәреп өлгөрҙөләр! Уңғандар, егәрлеләр, талантлылар, татыуҙар. Гүзәл Рәсүл ҡыҙы художество етәксеһе Миннур Әҙһәм ҡыҙы Тухватуллина, китапханасы Гөлфинә Минәхмәт ҡыҙы Ибраһимова менән бергәләп, кәңәшләшеп, аңлашып эшләйҙәр. Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына Ҡанаҡай ауылы китапханаһының 90 йыллығы булды. Матур концерт программаһы ҡуйылды. Ә коллективта йырлап, бейеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы тик маҡтап, һоҡланаһы ғына ҡала! Донъя эштәрен ташлап тигәндәй, репетицияларға килеп етәләр.

- Ошондай берҙәм, татыу коллектив менән эшләүе еңел! - ти Гүзәл Рәсүл ҡыҙы.

Йыл йомғағында район мәҙәниәт бүлеге Ҡанаҡай мәҙәниәт йортоноң эшен күреп, "Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто" номинацияһында 1- се урын бирҙе.

Ҡанаҡай мәҙәниәт йортонда хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Бина ремонтҡа мохтаж. Ә Гүзәл Рәсүл ҡыҙына һәм уның коллективына сәләмәтлек, эштәрендә, тормоштарында уңыштар, киләһе яңы йылдың тик бәхетле мәлдәрҙән генә тороуын теләйек!

 

Автор:Рузалиә Ниғмәтуллина.
Читайте нас: