Эйе, Тәнзилә Хәбирахман ҡыҙы, ауылыбыҙ, эскән һыуыбыҙ Һәләүек, Берғамыттың бер мөғжизәһе- үҙенең саф, моңло тауышы менән районға ғына түгел, республикаға билдәле йырсы ул! Уның ижад ғүмере халҡыбыҙҙың аҫыл, боронғо йырҙарын халыҡҡа еткереүгә, йәштәргә өйрәтеүгә – ғөмүмән, тыуған халҡыбыҙ моңон мәңгеләштереүгә бағышланды. Тиҫтәләгән йырҙары Этҡол мәҙәниәт йорто сәхнәһенән, район – ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә лә яңғыраны. Ә күпме республика, төбәк – ара бәйгеләр еңеүсеһе булып, тамашасылар һөйөүен яуланы. Үҙенең ҡабатланмаҫ моңо менән ул һирәк башҡарыла торған йырҙарҙы халыҡҡа еткерә, уларҙы бар нотаһына тап килтереп тейешенсә айырным оҫталыҡ, аһәң менән башҡара.
Кешене кеше иткән, ҙур юлға сығарған ғаилә ул. Ата – әсә, туғандар ҡурсауында ҡанат нығытабыҙ, уларҙың терәк – таянысын тоябыҙ. Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙының ижад ғүмере халыҡсан ғаиләлә башланыуы менән бәхетле. Атаһы Хәбирахман ағай Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Яуҙар үтеп, матур ғаилә ҡороп ул – ҡыҙҙар үҫтерә, ауылдың иң уңған бригадиры була. Ә аҙаҡ тирә -яҡҡа билдәле мулла булып, иман, рухиәт тәрбиәсеһе булып китә. Ә ағалары – эшһөйәр , моң , бейеү яратҡан нәҫелдәштәре, апалары, һеңлеләре, энеләре һәм ҡыҙы, ейәндәре - барыһы ла матур тормош ҡороп көн итәләр.
Моңға бай, бәхетле яҙмышы Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙын ауылыбыҙҙың данлыҡлы уҡытыусылары ғаиләһе менән бәйләй. Математикаға әүәҫ булһа ла, Роза апа Маннанованың мандолина моңо, тәүге өйрәткән йыры күңеленә һеңә ҡыҙҙың, уны йыр – моң донъяһына алып сыға. Педагогик белемен, халыҡ ижады моңон белеүе Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙы артабан үҙенең ғүмерлек эшенә һала. Ул оҙайлы йылдар ауылыбыҙҙың кескәйҙәрен ҡарап, балалар баҡсаһында етәксе булып эшләне. Ул тәрбиәләгән ул – ҡыҙҙар хәҙер үҙҙәре ғаиләле.
Ғүмеренең матур үрендә атаһы юлынан китеп, Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙы күңеле, булмышы менән дин юлынан китте. Үҙ артынан башҡаларҙы ла әйҙәп ҡөрьән сүрәләрен моңға сорнап тарата, биш намаҙын ҡалдырмай, иман йортонан юлы өҙөлмәй, әрүәхтарҙы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу эшендә ҡатнаша.
Йыр сәнғәтенә, халыҡ ижадына ғашиҡ ағинәйебеҙ Тәнзилә Хәбирахман ҡыҙының ижад кисәһе ауылдаштары, һабаҡташтары, туғандарының ихлас ҡотлауҙары менән бик йылы мөхиттә уҙҙы. Һәр ҡотлаусы Тәнзилә апайҙың сихри моңо һүрелмәүен, киләсәктә лә тамшасыһын һөйөндөрөп тороуын теләне.
Мәҡәлә кисәнең авторы Гөлнур Шамил ҡыҙы Аҙнабаеваның тексына таянып яҙылды.