Был юҫыҡта ҡаланың Мәҙәнәиәт һарайы, Йәштәр эше буйынса комитет, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Ишембай мөхтәсибәте, Милли мәҙәниәттәр үҙәге, картиналар галереяһы, китапханалар, ауыл клубтары, төрлө фольклор төркөмдәре һәм башҡа ойошмалар үҙ эштәрен уңышлы алып бара.
Районда «Самауыр байрамы», «Ҡорот байрамы», «Ҡара һағыҙ байрамы», «Ҡарға бутҡаһы», «Наурыз», «Ҡоймаҡ байрамы», «Бәпес ҡоймағы», «Балаҫ һуғыу», «Өләсәйем һандығы», «Ҡаҙ өмөһе», «Ишембай мистеры» кеүек саралар киң таралған.
Мәҫәлән, Ишембай белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре «Өләсәйем һандығы» район-ҡала ижади конкурсында ихлас ҡатнашып тора. Быйыл ул ҡалабыҙҙың үҙәк биләмә-ара модель этносмарт яңы быуын китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтте. Сараның маҡсаты - халыҡ йолаларын, ғөрәф-ғәҙәттәрен һәм ижадын һаҡлау, тергеҙеү, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау.
«Өләсәйем һандығы» конкурсы үткәндәр тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләр тупланы. Бәйгеселәр «Яулыҡ - заман бәйләнеше», «Милли биҙәк» , «Ата-бабалар саҡырыуы» номинацияларында ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте.
Йыл һайын ҡаланың Мәҙәниәт йортонда "Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсы үтә. 2024 йылда мәҙәни сара Рәсәй Федерацияһында Ғаилә йылын һәм "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында" законды ғәмәлләштереүгә ярашлы ойошторолдо. "Урал батыр вариҫтары" әҙәби-ижади конкурсы туған телде һаҡлау, сәсәнлек йолаларын дауам итеү менән бергә иң оҫта башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын да ҡуя.
Ҡалабыҙҙа нефть һәм һөнәрселек колледждарында белем алған студенттар күп, улар төрлө төбәктән, райондан килгән. Йәштәр эше буйынса комитет улар өсөн «Ишембай Мистеры» ижади конкурсын ойошторҙо. Конкурсанттар был сарала визит карточкаһы менән сығыш яһаны, бейене, йырланы, әҙәби образдарға керҙе, аш-һыу әҙерләне, һорауҙарға яуап бирҙе.
Шулай уҡ йәштәр һәм үҫмерҙәр «Шаян Лига - КВН»да ихлас ҡатнаша. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының төп маҡсаты булып йәштәрҙең ижади һәләтен үҫтереү, мәҙәниәтебеҙгә ылыҡтырыу, уҡыусылар араһында туған телебеҙҙе популярлаштырыу һәм уның сиктәрендә КВН уйындарын дөйөм системаға килтереү тора.
Әйтергә кәрәк, быйыл сентябрь айында ҡаланың 3-сө мәктәбендә «Тирмә» мобиль интерактив музей проектының презентацияһы үтте. Был проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның авторы - "Булат" тарихи реконструкция һәм этномәҙәни үҫеш үҙәге" автономлы коммерция булмаған ойошмаһы етәксеһе Айнур Үтәев.
- Проект, тәү сиратта, 4-11-се кластар өсөн тәғәйенләнгән. Уның маҡсаты – тарих, мәҙәниәт, ижад аша башҡорт халҡының үткәненә һөйөү уятыу. Проект сиктәрендә ысын башҡорт тирмәһе реконструкцияланды, ул башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әйберҙәре, Юрматы ырыуының милли кейемдәре менән тулыланды, - тип белдереп үтте Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов.
Шулай уҡ сентябрь айында Милли кейемдәр көнө уңайынан ҙур парад үтте. Был мәҙәни сара тарихыбыҙҙы ғына түгел, ә милли йолаларыбыҙҙы, башҡорт теленең байлығын да сағылдыра. Сөнки был өлкәләр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.
Милли кейемдәр көнөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы ла күреп шатландыҡ. Улар был байрамға ихлас әҙерләнеп килгән. “Томан” ҡушаматлы егетебеҙ яңыраҡ отпускыға ҡайтҡайны. Ул сараға төлкө тиреһенән бүрек кейеп, иңенә яға һалып килгән. “Томан”ды эш буйынса бик яҡшы иҫләйем, бер нисә йыл элек ул физик культура, спорт һәм туризм буйынса идаралығы етәксеһе ине. Ишембайҙа эшләгән осорҙа башҡорт телен тырышып өйрәнде, һәр саҡ туған телендә сығыштар яһаны. “Юлдаш” радиоһына ла интервьюлар бирҙе. Ул яугир ғына түгел, үҙ халҡының тарихын, йолаларын өйрәнеүсе, телен яратыусы шәхес тә.
- Бындай милли саралар ба-рыбыҙҙы ла бер дуҫ халыҡҡа бер-ләштерә, - тип уртаҡлашты “Томан”. – Ошондай күркәм байрамда ҡатнашыуыма бик шатмын, кәйефтәр күтәренке, күңел көр. Яратам үҙ халҡымды, үҙ телемде – һәр саҡ ошо ҡиммәттәр өсөн көрәшәсәкмен.
Тағы ла бер ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашырға теләйбеҙ – ишембайҙар йәнһүрәт төшөрә башланы.
3 декабрҙә үткәрелгән тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
- Һуңғы йылдарҙа башҡорт киноһы юғары үҫеште, – тип билдәләп үтте. – Беҙ Башҡортостан кинематографистары союзының рәйесе Зөһрә Бураҡаева менән үҙ кинобыҙҙың үҫешенә өҫтәмә аҡса һалырға һөйләштек. Бының өсөн йыл һайын грант бүленәсәк. Был, ысынын әйткәндә, республиканың аҫыл ташы. Әгәр шедеврҙар барлыҡҡа килһә, артабан да ҡарарбыҙ.
Быйыл районыбыҙҙың "Мираҫ" автономиялы коммерциялы булмаған ойошмаһы "ИшембайФИЛЬМ" балалар-үҫмерҙәр мульстудияһы проекты менән Башҡортостан Башлығы Грантын еңеп, 1 441407 һум аҡса отто. Был хаҡта проект авторы, Ишембай районының мәҙәни-ял итеү үҙәге муниципаль бюджет учреждениеһының методисы Филүсә Әминова менән әңгәмәләштек.
- Грантта ҡатнашырға быйыл март айында ғариза биргәйнек. Уның төп маҡсаты - инновацион технологияларҙы ҡулланып башҡорт фольклорын үҫтереү, эпос, әкиәт, легендаларға нигеҙләнеп, йәнһүрәттәр төшөрөү. Цифрлы технологиялар, һынлы сәнғәт ярҙамында, балаларҙа Ватанға, тыуған илгә, ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү. Проект 6 йәштән 11 йәшкә тиклемге балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикле балалар өсөн тәғәйенләнгән. Йәнһүрәт төшөрөү уларҙа бәләкәй моториканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен, интеллектты, фантазияны үҫтерергә, ижади һәләттәрен асырға ярҙам итәсәк.
Шулай итеп Ишәй мәҙәниәт йортонда тантаналы рәүештә йәнһүрәт студияһы асылды. Сарала Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир Әминев, Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре һәм Ишәй ауылы халҡы булды. Студия Башҡортостан Башлығы Гранты ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Ишембайҙың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре "ИшембайФИЛЬМ" проекты менән бер миллион ярым һум аҡса отоп, студия өсөн ике видеокамера, ике ноутбук, штатив, яҡтыртҡыстар, хромакей, тауыш яҙҙыра торған кабина, станок һәм башҡа ҡорамалдар һатып алды. Килгән ҡунаҡтарға мәҙәниәт бүлеге белгестәре, рәссамдар тарафынан төшөрөлгән "Тараҡ" тип аталған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир яҡташыбыҙ тураһында йәнһүрәттәр күрһәтелде.
Проект шарттары буйынса, студияла "Урал батыр" эпосына нигеҙләнеп йәнһүрәт төшөрәләсәк. Уның премьераһы киләһе йылдың майында ҡала мәҙәниәт һарайының "Маяк" кионеатрында үтәсәк. Бынан тыш, тағы ла башҡа милләттәрҙең дә ауыҙ-тел ижадын ҡулланып, йәнһүрәттәр төшөрөү ҡаралған.
Фотолар редакция архивынан.