Илнур Тимур улы ҡаланың 1-се гимназияһында 6-сы класта уҡып йөрөй, балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Ул беҙгә ҙур шатлығы менән уртаҡлашырға килгән – быйыл «Сулпылар» республика телевизион конкурсында Гран-при яулаған. Был ҙур еңеүгә ул «Уйнаһын ғына ҡурайым» йыры менән өлгәшә.
Белеүебеҙсә, был конкурс дүрт турҙа үтә. Тәүге этап апрель айында уҡ башлана. Илнур тәүге турҙарҙа «Ҡурай», «Ҡолон» йырҙары менән сығыш яһай, артабан ул һайлап алыу турына эләгә.
Республика кимәлендә үткән конкурста барлығы 137 бала ҡатнаша, уларҙың 13-ө финалға етә. Бәйгеселәрҙең дүртеһе урын ала, иң мәртәбәле урынға, Гран-приға Илнур лайыҡ була.
- Беҙ үҙебеҙ сығышыбыҙ буйынса Учалы районынан. Ишембайға бер нисә йыл элек күсеп килдек. Әсәйем Гүзәлиә Рәшид ҡыҙы башҡорт кадет корпусында инглиз теленән уҡытһа, атайым Тимур Дамир улы себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй, - тип таныштырҙы үҙе менән Илнур. – Мин үҙем күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнәм, атай-әсәйем дә йыр-моңға ғашиҡ. Вадим ағайым – кадет, Лилиә һәм Виктория һеңлеләрем балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Йәш ижадсы «Башҡортостан йондоҙҙары», «Башҡортостан таланттары», Аҡмулла исемендәге конкурс кеүек республика сараларында йыш ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта үҫмер спортты ла ярата, ул бокс менән етди шөғөлләнә.
- Шулай ҙа мәктәпте тамамлағас, карьерамды йыр буйынса дауам итергә теләйем. Башҡорт телендә генә түгел, русса ла сығыш яһарға теләк бар, - тип белдерҙе Илнур. – Иң яратҡан йырсым – Радик Юлъяҡшин. Мин уның ихтыяр көсөнә, талантына сикһеҙ һоҡланам.
Илнурҙың вокал буйынса уҡытыусыһы Гөлназ Рәхмәтуллина менән дә ихлас әңгәмәләшеп үттек.
- «Сулпылар» республика конкурсында Гран-приҙы икенсе тапҡыр яуланыҡ, тәүгеһен 2018 йылда 2-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ләйсән Ғибәҙҙуллина алғайны. Илнурға килгәндә, ул бик тырыш, яуаплы тәрбиәләнеүсе, унда артислыҡ һәләте бар яҡлап та үҫешкән. Сәхнәлә үҙен тейешле тота белә, йыр өҫтөндә дөрөҫ эшләй, тамашасы күңеленә уны еткерә белә, - тине ул. – Конкурс тураһында ла айырым туҡталып киткем килә. Сарала Нәзифә Ҡадырова, Заһир Иҫәнсурин, Рим Рәхимов, Гөлшат Ғайсина, Гәлсәр Байғусҡарова һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева кеүек абруйлы ижадсылар ҡатнашты, улар сығыштарҙы лайыҡлы баһаланы. Конкурста Илнурҙың йырына «Алтынай» балалар өлгөлө бейеү ансамбле ҡушылып бейене. Уларҙың сығышынан бөтә зал гөр килеп торҙо, алҡыштар көслө булды.
Гөлназ Марат ҡыҙы һөйләүенсә, ул «Сулпылар» конкурсына балаларҙы 2000 йылдан әҙерләй һәм йәш йырсылар һәр саҡ еңеүҙәр менән ҡайта. Үрҙә яҙып китеүебеҙсә, конкурс дүрт турҙан тора. Был – дүрт төрлө йыр, дүрт төрлө костюм, сығышлы фонограммалар, тигән һүҙ.
- Әлбиттә, сара күп сығымдар талап итә. Ләкин унда ҡатнашыу балаларҙың киләсәк һөнәре өсөн бик мөһим. Хатта ҡатнашыусы финалға үтмәһә лә, уның сығышы телевизорҙан бөтә республикаға тапшырыла. Мәҫәлән, улымдың 6-7 йәштәрҙәге видеоларын һаман зәңгәр экрандан күрһәтәләр. Был бит балалар, уларҙың туғандары өсөн ҙур ҡыуаныс, - тип уртаҡлашты вокал уҡытыусыһы. – Быйылғы «Сулпылар» конкурсының концертын телевизорҙан Яңы йыл кисәһендә күрһәтәсәктәр. Һүҙ ахырында беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән Маҡар урта мәктәбе директоры Гөлнара Хисмәтуллинаға, композитор Мәрйәм Солтановаға оло рәхмәтемде еткерәм. Улар беҙгә Өфөгә барыр өсөн автобус бирҙе. Шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбенең директоры Лилиә Әҙелбаеваға, «Алтынай» балалар өлгөлө бейеү ансамбле тәрбиәләнеүселәренә, уның етәксеһе Артур Мөхәмәтйәновҡа, 1-се гимназияның музыка уҡытыусыһы Елена Близнецоваға, Илнурҙың туғандарына, Учалынан килгән олатай-өләсәйҙәренә ныҡ рәхмәтлемен. Киләсәктә ла шулай татыу хеҙмәттәшлек итергә яҙһын, барыһына ла уңыштар теләп ҡалам.
Фотолар Гөлназ РӘХМӘТУЛЛИНА архивынан.