Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм төрлө өлкәлә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ике команда араһында ойошторолған уйын бик йәнле, сәмле , күңелле һәм ҡыҙыу барҙы. Командалар көс һынашып, үҙ белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарап, мәрәйҙәр йыйҙы.
Бәйге һуңында ике команда ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде. Сарала ҡатнашыусыларға дәртләндереү приздары таратылды.
Байрам Раушания Хәмиҙуллина башҡарыуында дәртле йырҙар менән үрелеп барҙы. Һуңынан иҫтәлеккә күмәк фотоға төшөп, тәмле бутҡа, шифалы үлән сәйе эсеп таралышты байрамға килеүселәр.