Бөгөн, 1 октябрҙә, Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ҡалабыҙҙың Мәҙәниәт һарайында күркәм сара ойошторолдо.
Муниципаль район хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, социаль хеҙмәттәр, торлаҡ-файҙаланыу хужалыҡтары белгестәре ололарҙы борсоған һорауҙары буйынса ҡабул итеп, консультация үткәрҙе. Оло йәштәгеләр социаль пособиелар, льготалар, фатирға түләү хаҡы буйынса күп мөрәжәғәт итте.
Шахмат, шашка турнирында ла ла ихлас ҡатнашты инәй-бабайҙар.
Автор фотолары һәм видеоһы.