Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2024, 20:19

Ишембайҙар - милли кейемдә

Бөгөн Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнөн билдәләнеләр.

Ишембайҙар - милли кейемдә
Ишембайҙар - милли кейемдә

«Башҡорттоң — елән, рустың — кафтан, татар ҡыҙҙары — ҡалфаҡ, ә мариҙар туника кейә. Республикабыҙҙа 160 милләт вәкиле йәшәй, һәр береһенең үҙ милли кейеме тарихы бар. Уның аша милләтеңдең тарихын өйрәнергә мөмкин. Бөгөн — Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың Милли кейеме көнө», — тип яҙа Андрей Назаров үҙ сәфихәһендә.

Бөгөн Ишембай ҡалаһында Ленин проспекты буйынса милли кейемдәр парады үтте.

- Динислам менән Алтынай – улар игеҙәктәр, быйыл беренсе класҡа уҡырға төштөләр. Балаларға был сара оҡшаны, улар артабан да милли кейемдәр парадында ҡатнашасаҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Минзәлә Муллағилдина.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: