Беҙ ҡыҙыҡбыҙ инде – ҡатын-ҡыҙҙар!
…Сериалдар ҡарап илайбыҙ,
Экранда ла, йәнәш тормошта ла
Бөтәһенә бәхет теләйбеҙ…
Ике ҡатын бергә тура килһә,
Һөйләшергә бөтмәй һүҙебеҙ,
Эштең күплегенә зарланһаҡ та,
Ашыҡмайбыҙ һаман үҙебеҙ…
Иҫ китмәле хәбәр күплегенә!
Айырылып булмай бергилке:
Ике ҡатын бергә – баҙар булһа,
Өсәү бергә – оло йәрминкә!
Ирһеҙ өс көн тора алмаһаҡ та,
Маташабыҙ әрләп үҙҙәрен,
Әрләһәк тә, барыбер яҡшыраҡҡа
Алмаштырмаҫ һис кем үҙ йәрен…
Һүҙебеҙҙә ысынбарлыҡ менән
Хыялыбыҙ бергә үрелә,
Үҙебеҙҙә булған етешһеҙлек
Башҡаларҙа ғына күренә.
Ә балалар – иң яратҡан тема:
Ҡайҙа, ҡасан, нисек тыуғандар,
Талантлылар, аҡыллылар, тағы
Өҫтәүенә бигерәк уңғандар…
Һөйләр һүҙҙәребеҙ бөтмәһә лә,
Балҡып тора беҙҙең донъялар,
Аш-һыуыбыҙ - тәмле, йөҙҙәр - яҡты, -
Илдәр генә имен торһалар…
Беҙ ҡыҙыҡбыҙ инде – ҡатын-ҡыҙҙар!
Беҙҙең күңелдәге хис – даръя!
Беҙҙең менән булмаҫ һис күңелһеҙ,
Беҙҙең менән йәмле был донъя!