Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Июль , 16:00

ИХЛАС ТЕЛӘК 

.

ИХЛАС ТЕЛӘК
ИХЛАС ТЕЛӘК 

Килен булып төшкән ҡыҙыбыҙға
Ауыр ҡараш менән баҡмағыҙ.
Сәскә генә атҡан гөлөбеҙҙе
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ.
Яңы тормош башлай һылыуыбыҙ,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Гөрләп торһон йортоң , сабыйҙарҙың
Шат тауыштарына күмелһен.
Тиңең булһын һәр саҡ яндарың да,
Бәрәкәтле булһын табының.
Утың һүрелмәһен усағың да,
Ишле булһын нәҫел- тамырың.
Йөҙөң йәмле , һүҙең тәмле булһа
Үҙеңдең дә булыр ҡәҙерең.
Яңы тормош һинең үҙ ҡулыңда.
Тик бәхетте көтмә әҙерен.
Тигеҙ генә булмаҫ тормош юлы,
Тыуғандарҙың таян иңенә.
Таштай батһаң төшкән нигеҙеңә
Берҙән берем тиер иреңдә.
Атай- әсәй янында һин ҡунаҡ.
Үҙ тормошоң баҫҡан ҡаршыңа!
Үҙ тупһаң да үҙең хөрмәт итеп
Ҡунаҡ итеп кенә ҡаршыла!


Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Р Ибрагимова.
Читайте нас: