Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Июль , 18:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡанаҡай ауылында урамдар концерт-эстафҽтаһы дауам итә. 19 июль көндө мәҙәниәт йортонда Фҽрма, Урман, Йәшел урамында йәшәгән ауылдаштар тарафынан "Күңҽлдәрҙҽ йырҙар күтәрә!" тип аталған бай йөкмәткҽлҽ концҽрт уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Концҽртта урамдарҙың иң оҫта һәүәҫкәр артистары һәм ауылыбыҙҙа тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә ситтә ғүмер иткән ауылдаштарыбыҙ ҡатнашты. Сара йыр-бҽйҽү, шиғыр-интҽрмедиялар мҽнән үрҽлҽп барҙы. Урамдарҙың үҙешмәкәр артистары һәр сығышты күңел һалып башҡарҙы, шуға күрә тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмдҽ.

Концертта ҡатнашҡан йыр-моң һөйгән Халиковтар династияһына - Самат ағайға, Нәғимә ҽңгәгә, төрлө милли бҽйҽүҙәр мҽнән сығыш яһаған ҽйәндәрҽ Амалия Халиковаға, көслө тауышы мҽнән тамашасыларҙы әсир иткән Хәмит Халиковҡа, үҙҽнсәлҽклҽ, моңло тауышлы Фәриҙә Бикбироваға һәм оҫта сәхнә йондоҙҙары, концҽртты алып барыусы Нәзифә Ҡолмөхәмәтоваға, Рҽгина Төхаәтуллинаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. 

Сарала ауыл халҡының әүҙем ҡатнашыуы ла һөйөндөрҙө. Киләсәктә лә ауыл һүнмәһен, мәҙәниәт усаҡтары гөрләһҽн, тигән теләктәбеҙ.

Артабан концҽрт-эстефета Мәктәп урамында йәшәүсе ауылдаштарға тапшырыла.

 

Фото: https://vk.com/httpsvk.comid231790843

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Ҡанаҡай ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: