Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июль , 21:05

Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!

Бөгөн Йәнырыҫ ауыл биләмәһе Советында ҙур байрам үтте – Йәнырыҫ һәм Ҡыяуыҡ ауылдарына нигеҙ һалыныуға 275 йыл!

Сарала абруйлы ҡунаҡтарҙан БР Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Тимербулатов, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Берғолоев, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ҡатнашты.
Был күркәм байрамда шәжәрәләр, урамдар, аш-һыу конкурстары, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләо ойошторолдо. Сараға үҙэшмәкәр коллективтарҙың, артистарҙың концерт номерҙары тағы ла йәм өҫтәне.

Йәнырыҫ һәм Ҡыяуыҡ ауылдары үҫешендә гражданлыҡ позицияһын күрһәткән бер төркөм әүҙемселәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, муниципаль район хакимиәтенең һәм Йәнырыҫ ауыл Советы хакимәитенең маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

- Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫтем, ошонда уҡ унынсы класты тамамланым, - тине бүләкләнеүселәрҙең береһе, Радик Мөхәмәтов. – Ғүмер буйы колхозда ат ҡараусы булып эшләнем, шуға лә әле йылҡы малын аҫрайым. Ауыл Советы хакимиәте етәкселеге ниндәй эш, һорау менән мөрәжәғәт итә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм. Ун йыл тирәһе зыяратты тәртиптә тотам, ауылдаштар, ситтән ҡайтыусылар – барыһы ла рәхмәт белдерә. Ауылыбыҙ юбилейы уңайынан шуны әйтергә теләйем: элееке колхоз осорндағы һымаҡ татыу йәшәйек, эштә әүҙем булайыҡ.

 

 

Автор фотолары.

Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Өс йөҙ йылға яҡын тарихы бар!
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: