Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июль , 15:00

Бәхетемә күҙ теймәһен...

.

Бәхетемә күҙ теймәһен...
Бәхетемә күҙ теймәһен...

Бәхетемә күҙ теймәһен,
Рәхмәт, Хоҙайым!
Үкенесле үткәнемә
Ҡайтып урайым.

Шөкөр итәм булғанына,
Шөкөр барына.
Әҙ ҡалманым мин юғалып
Упҡын ярында.

Һоҫоп алыр ине упҡын
Килһә хәленән.
Хоҙай үҙе аралаған
Шундай бәләнән.

Бөгөлөп төшһәм дә һынмай
Тағын ҡалҡындым.
Барыбер көс таба алдым,
Тағы талпындым.

Күптәр шулай ҡалалыр ул
Минең хәлемдә.
Һуңламаһын ине бәхет,
Килһен мәлендә.

Хоҙай беҙгә насип итһен
Шатлыҡ, кинәнес.
Һәр бәндәңде бәхетле ит —
Һиңә үтенес!


Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Сулпан Әҡсәнова.
Читайте нас: