Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июль , 15:00

Көслө, тиҙәр мине һәр береһе...

.

Көслө, тиҙәр мине һәр береһе...
Көслө, тиҙәр мине һәр береһе...

Көслө, тиҙәр мине һәр береһе,
Көлә, тиҙәр ихлас күңелдән.
Тик белмәйҙәр бәхет табыр өсөн
Күпме тырышлығым түгелгән.
Таштар булһам ыуалыр ҙа инем
Ҡом бөртөгө булып түшәлеп,
Юҡҡа сығыр инем... тик мин кеше,
Көстәр таптым, еңдем үртәлеп.
Йылға булһам кипкән булыр инем,
Баҫылыр ҙа инем ел булһам...
Кеше булып, көслө булған өсөн
Тайпылмайса барам ҙур юлдан.

 

Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова.
Читайте нас: