Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Июль , 11:00

Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...

Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында махсус хәрби операция темаһына "Бетеү" тигән фильм төшөрөүҙе тамамланы. Был турала социаль селтәрҙәрҙә картинаның режиссеры Руслан Юлтаев хәбәр итте.

Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...

Сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен махсус хәрби операцияға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул бетеүен алып ҡала. Үҙенең хатаһын аңлағас, бетеүҙе гуманитар ылау менән тапшырырға тырыша, әммә был бик еңелдән булмай сыға...

Фильм күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишембай районы Маҡар ауылы эргәһендә төшөрөлдө.

- Беҙгә яңы фильм төшөрөргә ысын күңелдән ярҙам итешкән Маҡар һәм Алмалы ауылдары халҡына сикһеҙ рәхмәтлемен, - тип белдерҙе режиссер. -  йыл элек тап ошо кешеләр беҙгә "Сируси" сериалын төшөрөшергә ярҙамлашҡайны. 

 

Фото: https://vk.com/ufafilm

Сығанаҡ: https://vk.com/uldash_fm?w=wall-4647320_528383

Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Бетеүҙәр һаҡлаһын егеттәрҙе...
Автор:
Читайте нас: