Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль , 16:00

ҮКЕНМӘГЕҘ

.

ҮКЕНМӘГЕҘ
ҮКЕНМӘГЕҘ

Үкенмәгеҙ үткәндәргә,
Булғаны булған инде.
Яҙмыш ялҡын-һалҡынынан
Буяуы уңған инде!

Үкенмәгеҙ үткәндәргә,
Үткән эшкә салауат!
Үкенһәң дә, үкһеһәң дә,
Ҡайтарып булмай ҡабат.

Үкенмәгеҙ үткәндәргә,
Киҫелгән булһа ҡанат,
Уңалмайса, ҡанат осо
Әле лә китһә ҡанап...

Үкенмәгеҙ үткәндәргә,
Сығармағыҙ яманат.
Яманы ла, яҡшыһы ла —
Үткәндәрҙән аманат!

Ни фәтеүә үкенеүҙән,
Үпкәләүҙән үткәнгә?
Шөкөр ҡылып йәшәү кәрәк
Йөрәк әле типкәнгә,
Ошо йәшкә еткәнгә!


Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Мәүҙиға Баймөхәмәтова.
Читайте нас: