Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Июль , 15:00

Балаға байлыҡ ҡалдырыу...

.

Балаға байлыҡ ҡалдырыу...
Балаға байлыҡ ҡалдырыу...

Балаға байлыҡ ҡалдырыу -
Кем өсөндөр - ғорурлыҡ.
Иманлы кәңәшең ҡалһын,
Уға үрнәк булырлыҡ.

Атай малы - ҡәҙерһеҙ ул -
Үҙең тапҡан мал түгел.
Тир түгеп, эшләп тапмағас,
Атайҙыҡы йәл түгел...

Хеҙмәт ҡуйып, эшләп тапҡан
Ҡәҙерле лә, яҡын да.
Тырыш бала ғына белә
Ата-әсә хаҡын да.

Балаңа һин ҡармаҡ тоттор,
Балыҡ тотоп ҡалдырма.
Эшләп ашағанда ғына,
Тормошта йәм табыла!



Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.

Автор:Айһылыу Кәлимуллина-Фазлыева
Читайте нас: