Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июнь , 11:00

Ишембайҙар йәнә еңеүсе!

"Һай, афарин, ишембайҙар!" - тигән һүҙҙәр күп яңғыраны "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында. Яңғырамаҫлыҡ та шул! Хәйер, барыһын да үҙ тәртибе менән һөйләргә кәрәктер.

Ишембайҙар йәнә еңеүсе!
Ишембайҙар йәнә еңеүсе!

24-26 июндә баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙғарылды был конкурстың һуңғы этабы. Уға тиклем уҡыусылар ошо этапта ҡатнашыу хоҡуғын иләк аша үткән кеүек муниципаль, унан зональ этаптарҙа яуланылар. Һәм Ишембай данын төбәк-ара кимәлдә яҡлау яуаплылығы Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының өс уҡыусыһы иңенә ятты: 8 класс уҡыусыһы Хәйруллина Яҙгөл менән 2 класс уҡыусылары Лотфуллин Искәндәр һәм Сәйфетдинова Наҙгөл.

Яҙгөл үҙенең уңыштары менән ҡалабыҙҙа билдәле ҡыҙ: былтыр ул ошо конкурста 2 урын алһа, быйыл - абсолют еңеүсе, гран-приға лайыҡ булды. Лотфуллин Искәндәр ҙә жюри ағзаларын үҙенең артислығы, эпостың фәлсәфәһен бирә белеүе менән таң ҡалдырҙы: жюри ағзалары хатта әллә нисә тапҡыр Искәндәрҙе "афарин" тип ҡысҡырып ҡеүәтләп ултырҙы. Искәндәр 1 - 4 кластар араһында 1-се урын яулаһа (етәкселәре - Әмирханова Ф.Т.), Наҙгөл - 2-се урынға лайыҡ булды (Насырова З.М.)

Ошо уҡ конкурс сиктәрендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арнап, видеояҙмалар һәм нәфис һүҙ оҫталары конкурсы ойошторолғайны. Гимназия уҡыусылары был конкурстан да ситтә ҡалманы һәм 7 класс уҡыусыһы Дәүләтбаев Камил, Мостай Кәримдең "Салауат"трагедияһынан Салауат монологын һөйләп, 2-се урынға лайыҡ булды(Әмирханова Ф.Т.).

Уҡыусылар Маҡтау грамоталарынан тыш ҡиммәтле бүләктәр алып та ҡыуанды: велосипед, планшет компьютеры һб. Конкурс барышында уҡыусылар өсөн төрлө мауыҡтырыс уйындар, квиздар, Милли музейға экскурсия ойошторолдо. Ә "Бишбармаҡ" төркөмөнөң сығышы балалар өсөн ысын мәғәнәһендә байрамға әйләнде! Режиссер Илнур Лоҡманов талапсанлығы аша үткән еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ысын мәғәнәһендә ҡеүәтле лә, рухлы ла, сихри ҙә тамашаға әүерелде. Конкурста ҡатнашҡан уҡыусыларҙың сығыштары менән генә!

Барыбыҙ ҙа: уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, матур тәьҫораттар алып, яңы дуҫтар табып, хатта моңһоуланып таралыштыҡ был рух байрамынан.

Ишембайҙар йәнә еңеүсе!
Ишембайҙар йәнә еңеүсе!
Автор:Фаягөл Әмирханова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: